RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Шамонинола йәшәүсе кыҙҙар - һаҡ булығыҙ!

26.09.2010 Шамонинола йәшәүсе кыҙҙар - һаҡ булығыҙ!

Оҙаҡ уйланым, яҙырғамы, юҡмы тип, һәм яҙырға булдым...
Ошо ауылда йәшәүсе йәш ҡатын һөйләүе буйынса:Өфө-Шамонино автобусынан килеп төштөмдә туҡталыштан йәйәүләп ауылдын икенсе осона атлап киттем. 50-60 метр үтеүгә, арттан ҡайҙандыр еңел машина ҡыуып етте, эсендә ике-өс йәш егет ултырған. Минең тәңгәлгә килеп етеү менән ишек асылып китте һәм теге егеттәрҙең береһе минә русса өндәште: "Садитесь, подвезем". Мин яуап бирҙем: Да нет, спасибо, пешком дойду. Мне не далеко". Теге миңә грубо итеп: "Я же сказал садись!" тип үкереп ебәрҙе! Мин ҡапыл аптырауымдан нимә әйтергә белмәнем - "Что вы кричите! Не сяду я к вам! Сейчас ко мне муж приедет" тип кенә әйтә алдым... Бәхетемә, юл буйлап был машинаны икенсе машина ҡыуып етте - быныһы инде административ хеҙмәткәр М.-ның машинаһы булды. Ул да ишеткән булған тегеләрҙең минә екеренгәнен, һәм яй ғына яныма килеп туктаны, ултыртып алды һәм өйгә тиклем алып барып ҡалдырып китте. Көлөшөп алдыҡ - "Ҡалай йәш егеттәр уҫал!" Ләкин был егеттәрҙең былай ҡыланыуы миңә ауыр тәҫьир итте, ярай мин булдым, әгәр ҙә йәш 16-17 йәшлек ҡыҙҙар булһа тип уйланым, күрше тирәләрҙе иҫкәрттем...
Шул ваҡиғанан 3-4 көн үткәс 16 йәшлек ҡыҙҙың һөйләүе буйынса:
Шамонионың туҡталышына килеп автобустан төшкәс, автобустан бергә төшкән ниндәйҙер йәш ҡыҙ янында торам - йорт эшләүсе А. ағай машинаһы менән мине ҡаршыларға тейеш ине. Ҡапыл алыҫ түгел юл ситендә ултырған еңел машина боролоп минең яңға килеп туҡтаны. Ишек асылды һәм бер егет "Девушка, двайте подвезем" тип һүҙ башланы. "Нет!" тип яуап ҡайтарҙым. "Я тебе что сказал - ну-ка села быстро!" - теге ултырған еренән яыныраҡ шылып миңә һонолдо. Минең ҡотом осто! Әсәйемдең, шундай хәл була ҡалһа шунда уҡ "Штаб"ҡа йүгер, унда ололар бар, ярҙам итерҙәр тигәнен иҫләп йән көсөмә шунда ынтылдым! Үҙем дерелдәйем! Йән-фарман йүгереп барып еттем дә артыма әйләндем: тегеләр ҡуҙғалып киттеләр, кабат боролоп теге минен янда торған ҡыҙ янына барып туҡтанылар. Бер нисә һүҙ әйттеләр, шунан ҡапыл теге ҡыҙҙың сәсенән тотоп тартып машинаға һөйрәп индерҙеләр һәм машина ҡуҙғалып та китте! Мин ҡурҡышымдан телефонға тотондом, әммә әсәйемә шылтыратып өлгөрмәнем, мине ҡаршыларға тейеш машина килеп туҡтаны...

Шамонино ауылында йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар! Был ауылда йәшәүсе кешеләр әҙ булғанлыҡтан, бер-береһен белмәгәнлектән, сит ҡала-ауылдарҙан, хатта республикаларҙан килеп эшләүселәр күп булғанлыҡтандыр инде тәртип яғы аҡһай. Бер үҙегеҙ йөрөмәҫкә тырышығыҙ! Абай булығыҙ!







Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Өҫтәлгән комментарийҙар


  1. Бэк
    27 сентября 2010 17:06: Бэк
    Ыста, ни эшлп милицияа хбр итменеге у?
  2. admin
    27 сентября 2010 18:05: admin
    Машинанын тосо - бордовый йэки кызыл, иномарка.

    Йэш кыз бала нимэ тип хэбэр итхен инде...
    Кото оскан!
  3. www.shonkar.ru
    28 сентября 2010 12:21: www.shonkar.ru
    Н-н-ндээээ.... Тэртип ягы ысынлап акхай, ышанам. Кис етеу менэн эшсе эрмэндэр торган йортта "байрам" башлана. эйткендэй, куберэген тауыш ауылдын урта тирэлэрендэ, арт ягындарак нык сыга. Хых, башкорттар за "калышмай"... укенескэ каршы... Киосктар асылыу менэн кис етхэ урам буйлап шаптырзап, хыра балондарын хорэп йороп эсеуселэр ханы купкэ артты. Таджик-узбэктэр зэ вакыт-вакыты менэн котороп ала, тик уларзы бер торком егеттэребез (кемдэр икэнен белмэйем) урындарына куйган тип ишетелэ биреп калды. Хыгымта - хакланганды - хаклармын тигэн, югарыла ултырган. Охрана посты бар, кис карангы тошхэ, тулеп булха ла машина менэн барып етергэ була ул кыззарга... Э-э-эээ узе эскэн булха... уныхына йэмгиэт бер нисек тэ яуап бирэ алмаясак!
  4. ajnur
    28 сентября 2010 14:20: ajnur
    Епрст!!! am Вот егеттар китте! Узбек-таджиктарзы кыуыузан фетуа юк, сонки таныш эшкыуарзар айтеуенса уларзы эшка алыузан выгода куберак. Узебеззекелар бер эсхалар - байрамдары азналарга хузыла, а улар бер кайза ла кита алмайзар, коно-тоно эшлайзар, аксаны ла куп хорамайзар. А тартип ягына килганда инде, урындарына ултыртырга карак!
    Теге машинала булган егеттарзе хис та узебеззекелар тип уйламайым...
  5. admin
    1 октября 2010 10:13: admin
    Бында эрмэндэрзен гэйебе юк шул...
    Автомобиль менэн кыззы килеп каршы алыусы - тап шул эрмэн булган.
    Э бына эрмэндэр янында кон хайын байрам тигэне - ысынында шулай. Хатта эрмэн егеттэре аптырайзар - Шамонинолагы йэш катындар газ эшлэтер осон хоть нимэ эшлэргэ эзер тип...
    Кстати, мин эрмэндэр аракы эсеп бармайзар тип уйлаган инем... :)
    Кон хайын яман итеп эсэлэр ..
    belay


Оҡшаш яңылыҡтар



Данлыҡлы осоусыны хөрмәтләп

10.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Данлыҡлы осоусыны хөрмәтләп


Ҡыш етте, ит ашарға ваҡыт

07.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡыш етте, ит ашарға ваҡыт


Ғафуан Шәйхетдинов эшенән китте

07.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ғафуан Шәйхетдинов эшенән китте


Хоҡуҡи диктантта ҡатнашығыҙ!

06.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Хоҡуҡи диктантта ҡатнашығыҙ!


Өфөгә арналған яңы клипты ҡарайыҡ

05.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфөгә арналған яңы клипты ҡарайыҡ


Эшендә уңыштар теләйбеҙ!

04.12.2018 - Яңылыҡтар таҫмаһы Эшендә уңыштар теләйбеҙ!