RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йәш сикләнмәһә икән...

17.09.2010 Йәш сикләнмәһә икән...

Баш ҡалала балалар баҡсаһына йөрөмәгән йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге балаларға компенсация түләнә башлаясаҡ. Уның күләме һәр бала өсөн өс мең һум күләмендә билдәләнде. Ҡарарҙы Өфө ҡала советы депутаттары ҡабул иткән. Депутаттар фекеренсә, әлеге сара, беренсенән, балалар баҡсаһында урындар етмәү мәсьәләһен хәл итһә, икенсенән, тәү сиратта аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ҙур социаль ярҙам булып тора. Ҡала бюджеты түләүҙәр өсөн сығымдарҙы тапҡан да инде. Компенсация 1 октябрҙән түләнә башлай. Әлбиттә, ҡала етәкселегенең был ҡарары сабыйҙарын мәктәпкәсә балалар учреждениеһына урынлаштыра алмаған ғаиләләр өсөн һөйөнөс кеүек. Шулай ҙа өс йәшкәсә тип сикләнеүе, проблеманы хәл итеүҙә әллә ни ҙур роль уйнамаясаҡ. Әгәр ҙә инде проект тотош мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн иҫәпләнһә, было бы просто здорово! Юғиһә, баланы нисә йәштә булһа ла, 39 бала йөрөгән төркөмгә йөрөтөүе үтә ауыр. Күмәк бала менән эшләүсе тәрбиәселәр иңенә төшкән көсөргәнеш , йәшәү урыны буйынса путевка ала алмау, алыҫҡа бала һөйрәп йөрөү, тынсыу һауа, санитар нормалар... һанай китһәң, етешһеҙлектәрзең осона сығырлыҡ түгел. Баш ҡала балалар баҡсаһының ҡайһыһының ғына ишеген асып барып инһәң дә, иҫең китер! Ә әс йәшкә тиклемге бала былай ҙа баҡсаға йөрөмәй, өйҙә ултыра бит... Шулай булғас, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ...








Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡараңғы урамдарға — юҡ!

17.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡараңғы урамдарға — юҡ!


Фууу, бында ла Сибай еҫе сыға бит!

17.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Фууу, бында ла Сибай еҫе сыға бит!


Диспансерлаштырыуҙы мөһим тип тапһаң...

17.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Диспансерлаштырыуҙы мөһим тип тапһаң...


Ҡатынын ҡаҙ менән туҡмап үлтергән

17.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡатынын ҡаҙ менән туҡмап үлтергән


Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһында янғын сыҡҡан

Хажға тик дини ойошмалар аша

17.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Хажға тик дини ойошмалар аша


Сибайҙар, һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ!

Почтала һыра һатыласаҡ

17.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Почтала һыра һатыласаҡ


Йырсы Илһам Шәкиров мәрхүм булған

17.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йырсы Илһам Шәкиров мәрхүм булған


Ростовта матәм: Радий Хәбиров телеграмма аша ҡайғы уртаҡлашты

Өфөнән Сибайға табиптар килгән

16.01.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфөнән Сибайға табиптар килгән


Яҡташыбыҙ — Беренсе каналдың алып барыусыһы