RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Әҙеһәм Исҡужин исемендәге III Асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсы

10.10.2011 Әҙеһәм Исҡужин исемендәге III Асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсы

Әҙеһәм Исҡужин исемендәге  III Асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсыII. Конкурстың бурысы һәм маҡсаты
 Халыҡ башҡарыусылар сәнғәте мәктәбен тергеҙеү һәм киләсәктә уны үҫтереү.
 Йәштәрҙе башҡорт музыка фольклорына йәлеп итеү.
 Халыҡ ижады жанрҙарын, шулай уҡ төбәк (урындағы) фольклорҙы асыҡлау, тәрән өйрәнеү һәм пропагандалау.
 Төбәк фольклорының һирәк осрай торған өлгөләрен һаҡлау

III. Ойоштороу шарты һәм тәртибе
Әҙеһәм Исҡужин исемендәге III Асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсы 2011 йылдың 28-29 октябрендә Өфө ҡалаһында уҙғарыла.
Конкурста Өфө, республика ҡалаларынан һәм райондарынан төрлө һөнәрле ҡурайсылар ҡатнаша ала.
ҡурайсылар конкурсы ике турҙа, икешәр йәш категорияларына бүленеп уҙғарыла:
- 16 йәшкә тиклемге
- 16 йәштән өлкәнерәктәр.
16 йәшкә тиклемге конкурсанттар ҡурайҙа:
1 – се тур
1) Оҙон көй
2) Марш йәки бейеү көйө.


2 – се тур
Шул уҡ шарттар һаҡлана ( 1 турҙағы көйҙәр ҡабатланмаҫҡа тейеш).
16 йәштән өлкәнерәк конкурсанттар ҡурайҙа:
1 – се тур
1) Мотлаҡ программаға ингән оҙон көйҙө йырлап һәм ҡурайҙа уйнап башҡаралар;
2) Үҙҙәре теләгән башҡорт халыҡ көйөн уйнайҙар
2 – се тур
1) Үҙҙәренең төбәк репертуарынан оҙон көйҙө йырлап һәм ҡурайҙа уйнап башҡаралар;
2) Үҙҙәре теләгән башҡорт халыҡ көйөн уйнайҙар
16 йәштән өлкәнерәк конкурсанттар өсөн мотлаҡ программаға ингән башҡорт халыҡ көйзәре:
“Урал”, “Буранбай”, “Бейеш”, “Салауат”, “Тәфтиләү”, “Әрме”, “Уйыл”, “ҡаһым түрә”, “ҡолой кантон”, “Һыр”, “Төйәләҫ”, “ҡуңыр буға”, “Зәйнулла”, “Ғилмияза”, “Кәкүккәй”, “Сибай”, “Эскадрон”, “Сәлимәкәй”, “Ғайса ахун”, “Һаҡмар”.
Жюри мотлаҡ программаға инмәгән көйҙәрҙе лә уйнап күрһәтеүҙе һорауы ихтимал. Башҡарған көйҙәрҙең тарихын белеү мөһим.

IV. Конкурс жюрийы
ҡатнашыусыларҙың сығыштарын Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы раҫлаған жюри баһалаясаҡ.
Жюри составына билдәле ҡурайсылар, йырсылар, фольклорсы-ғалимдар, сәнғәт оҫталары инә.

Жюри тарафынан баһалау критерийҙары:
- башҡарыу оҫталығы;
- башҡарыусының шәхмәте;
- сәхнә мәҙәниәте;
- үҙенсәлекле башҡарыу оҫталығы;
- Ә. Исҡужин репертуарынан әҫәрҙәр ҡулланыу.

V. Еңеүселәрҙе бүләкләү
Һәр бер йәш категорияһы еңеүселәре айырым билдәләнә.
Конкурста ҡатнашыусылар түбәндәге исемдәргә лайыҡ була:
- лауреат һәм Гран – при яулаусы;
- лауреат (өс дәрәжәлә);
- дипломант.
Жюри ҡарамағында:
- ҡайһы бер призлы урындарҙы билдәләмәү;
- ниндәй ҙә булһа бер урынды бер нисә ҡатнашыусыға биреү;
- һирәк көйҙө башҡарған бик йәш һәм бик өлкән ҡатнашыусыға диплом биреү;
- һәм башҡа махсус приздар булдырыу;
Анкета – ғаризалар, төҫлө фото-рәсем(6/9), ҡатнашыусы тураһында мәғлүмәт менән бергә 2011 йылдың 15 октябренә тиклем түбәндәге адрес буйынса: 450098, Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 114/ 1-се йорт, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығына ебәрелә.
Анкета- ғаризаның өлгөһө

ФИО Тыуған йылы Белеме Эш урыны йәки уҡыу йорто Репертуар Башҡа конкурстарҙа ҡатнашыуы Йәшәген урыны, телефон Паспорт мәғлүмәттәре, соц. номер


VI. Ойоштороусыларҙың бәйләнеш координаттары:
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса идаралығы: телефон 279-06-38, телефон/факс 244-86-04.
e-mail:kult@ufacity.info










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне