RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Музыка телен күңел менән аңлайҙар

07.10.2011 Музыка телен күңел менән аңлайҙар

Луц Лесковиц бөйөк композитор Вольфганг Амадей Моцарттың тыуған ере - Зальцбург ҡалаһында тыуған. Билдәле Европа музыка уҡыу йорттарында белем алған Луц донъяның иң ҙур сәхнәләрендә сығыш яһай башлай. Бәләкәйҙән үк музыка өлкәһендә ныҡ тырышып эшләгән Лесковиц 18-19 йәштәрендә тәүге ҙур халыҡ-ара фестивалгә барып эләгә. Унда ул үҙе өсөн бик ҙур асыш яһай - музыка өсөн бер ниндәй ҙә милләт, тел сиктәре юҡ, ул бөтәһе өсөн дә уртаҡ. Фестивалдә сығыш яһаусылар ҙа төрлө милләт кешеләре була, бер-береһен аңламаған музыканттар сәхнәгә сығып, бер көй уйнай, музыка теле берләштерә уларҙы. Тап шул саҡта ул ғүмере буйы ошо эш менән шөғөлләнәсәген аңлай, төрлө илдәр буйлап концерттар бирә башлай, бөтә донъя буйлап халыҡ-ара камера музыкаһы фестивалдәре ойоштора, һәр саҡ йәштәр менән эшләй, аралаша, тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Башҡортостанға уның икенсе тапҡыр килеүе. Өфөлә сәнғәт училищеһы студенттары менән бер сәхнәлә сығыш яһаны ул. Әлбиттә, репетициялар үткәреүгә ваҡыт күп түгел, әммә ошо ҡыҫҡа ғына аралашыу мәлдәре лә студенттар өсөн үҙе үк бер мәртәбә, күп нәмәгә өйрәнеп, борсоған һорауҙарға яуап алып ҡалырға була. Талантлы йәштәрҙе халыҡ-ара фестивалдәргә, Зальцбургҡа ла саҡыра билдәле скрипкасы. Әле уның менән бер сәхнәлә яҡташыбыҙ Динә Хөсәйенова ла сығыш яһаны, ул Зальцбургта ла булып ҡайтҡан.
Луц Лесковиц бөтә донъяға билдәле, 1707 (!) йылда яһалған Страдивари скрипкаһында уйнай. Бөйөк итальян мастеры Антонио Страдивариҙың бөтә ер йөҙөндә 500-ләп кенә скрипкаһы һаҡланып ҡалған. Шул уникаль музыка ҡоралының береһе Луцҡа уҡытыусыһынан килеп эләгә. Иҫ киткес ҡиммәтле скрипканы һаҡлау өсөн былтыр махсус һаҡсы ла яллайҙар. Әлбиттә, ул ирҙең музыкаға бер ҡыҫылышы ла булмай. Әммә хатта ул да, Луц башҡарыуында Моцарттың музыкаһын ишеткәс ғашиҡ була. «Музыка - профессионалдар өсөн түгел, ул һәр кемдең күңелендә йәшәй, ул һәр кемгә лә аңлайышлы ла, яҡын да,» - тип аңлата быны маэстро.
Луц Лесковиц менән Башҡортостан сәхнәһендә билдәле пианист һәм композитор Василий Щербаков та сығыш яһаны. Ул да Луц һымаҡ халыҡ-ара фестивалдәр ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Өфө тамашасыһын Моцарттың әҫәрҙәре менән ҡыуандырҙы ҡунаҡтар.
Рәсәйҙә нимәһе ҡыуаныслы - тамашасылар ихлас, концерттарға йәштәр ҙә күпләп йөрөй. Был Европала һирәк күренеш. Йәштәрҙең матурлыҡҡа, музыкаға ынтылыуы бик һөйөндөрә, - тип уртаҡлаша Лесковиц. Концертҡа тамашасыларҙың күпләп килеүе лә, уларҙың тынмай яңғыраған алҡыштары ла - Луцтың һүҙҙәренә асыҡ дәлил.

Р. ДӘҮЛӘТОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне