RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ирекмәндәр әүҙем эшләй

16.10.2019 Ирекмәндәр әүҙем эшләй

Аналог тапшырыуҙарынан һанлы форматтағы эфирға күсеүҙе телевизор ҡараусылар ҙур яңылыҡ итеп ҡабул итмәне, иҫке телевизорҙар менән ҡулланыусылар алдан приставкалар алып ҡуйғайнылар. Уны ҡуйыуҙы тик оло йәштәгеләр генә белмәй. Инвалидтарға, ҡарт оло инәй- бабайҙарға волонтерҙар ярҙам итешә. Өфөнөң Дим районы ирекмәндәре бик әүҙем эшләй. Ике көндә 15-ләп заявка ҡабул ителгән. Ирекмән сифатында йөрөгән политехник колледж студенттары ярҙам кәрәккәндәргә тиҙ арала фатирҙарына барып, һанлы форматҡа тоташтырып бирә. Бөгөн улар Дим биҫтәһендә йәшәгән Шәмсүн менән Земфира Сөләймәновтарҙа булдылар. Ололар бер йыл элек антенна менән приставка алып ҡуйған. Әммә иҫке телевизорҙарына уны тоташтырырға белмәй. Ирекмәндәр был юлы уларға ярҙам итә алманы, сөнки приставканы телевизорға тоташтырырға ҡулайлама булмай сыҡты. Егеттәр бабайға ниндәй яйланма кәрәклеген күрһәтеп, яҙып бирҙеләр һәм бөгөн кистән үк заявка биреп ҡуйып, ирекмәндәрҙе иртәгә лә саҡырырға кәңәш иттеләр.
Һанлы форматтағы телевидениены ҡабул итеү өсөн иҫке телевизорҙарға приставка, дециметрлы йәки күп тулҡынлы антенна кәрәк. Был ҡоролмаларҙы урынлаштырғанда йорттоң телебашнянан йыраҡ урынлашыу- урынлашмауын, телетапшырғыстың ҡеүәтен, ландшафтты, түбәндә, бейектә йәшәүҙе, тәҙрәләрҙең ҡайһы яҡҡа ҡарауын да иҫәпкә алырға кәрәк.




Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Ю. Кәримов.






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне