RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Ҡабатлау артыҡ түгел

02.10.2019 Ҡабатлау артыҡ түгел

Күпме генә яҙып, ҡабатлап торһаҡ та, муттарҙың ҡапҡанына барыбер эләгә бит халыҡ.


Мәҫәлән, Нефтекамскиҙа йәшәүсе 53 йәшлек ҡатын 8500 һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. Нисек, тиһегеҙме? Анһат ҡына. "Авито" сайтына диван һатыуы тураһында иғлан биргән.

Шунда уҡ уға телефондан йәш ҡыҙ шылтыратып, диванығыҙҙы үҙем һатып алам, аҡсаны картаға күсерәм, тигән. Диван һатыусы, ҡалай ғына диванды тиҙ һатып ебәрәм, тип ҡыуанып та өлгөрмәгән, йәш ҡыҙ: "Аҡсаны нишләптер картаға күсерә алмайым, банкоматҡа барығыҙ ҙа, мин һеҙгә әйтеп торормон, шуны эшләп ҡарағыҙ". Ҡыуанысынан күҙе тонған ҡатын банкоматҡа барып, уның әйткәндәрен үтәгән һәм иҫәбендә булған бөтә аҡсаны муттарҙың кеҫәһенә һалған. Ярай иҫәбендә 85 мең һум ятмаған, уларҙан да елдәр иҫер ине бит.

1 октябрҙә 59 йәшлек ҡатын да, гаражын һатам, тип, шул уҡ юл менән иҫәбендәге 15 мең һум аҡсаһынан яҙған.

Нефтекамскиҙың Эске эштәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 35 йәшлек ҡатын иһә 106 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан. 30 сентябрҙә уға банк хәүефһеҙлеге "хеҙмәткәренән" шылтыратыу булған. Шылтыратыусы, һеҙгә, кредит карта менән әүҙем ҡулланыусыға, банк айырым шарттарҙа кешбэк тәҡдим итә, тип һөйөнсө алған. Тик бының өсөн картаның номерҙарын, шул иҫәптән артындағыһын да әйтеүен һораған. Мәғлүмәттәрҙе алыу менән яуыздар карталағы 106 мең һумды урлаған.


Зинһар, карта номерығыҙҙы бер кемгә лә әйтмәгеҙ! Муттар көндән-көн яңы мутлыҡтар уйлап сығарып ҡына тора, бик һаҡ булығыҙ аҡсағыҙ менән.



Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Подчуфарова Словенияға "һатылды..."

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Подчуфарова Словенияға "һатылды..."


Месси алтынсы “Алтын бутса”һын алды

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Месси алтынсы “Алтын бутса”һын алды


М.Ғафури музейына буласаҡ автотранспортсылар килгән

Баланы фотоға төшөрөү өсөн паспорт кәрәк буласаҡ

Айгиздең китабын үзбәктәр ҙә уҡыясаҡ

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Айгиздең китабын үзбәктәр ҙә уҡыясаҡ


Ирекмәндәр әүҙем эшләй

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ирекмәндәр әүҙем эшләй


Илешкә ҙур суднолар килә ала

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Илешкә ҙур суднолар килә ала


Юлай Кәримов төшөргән фотоларҙы барлайыҡ

Тамаҡ - тамуҡ?

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Тамаҡ - тамуҡ?


Вируслы аурыуҙарҙан сыр һаҡлай

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Вируслы аурыуҙарҙан сыр һаҡлай


Елмерҙәк бөгөлөндә ҡар күҙе төшөп тора

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Елмерҙәк бөгөлөндә ҡар күҙе төшөп тора


Яһалма ит етештерә башлағандар

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Яһалма ит етештерә башлағандар


Картуф һимертәме?

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Картуф һимертәме?


Һирәк сир менән интегеүселәргә ярҙамға

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Һирәк сир менән интегеүселәргә ярҙамға


Күп балалыларға – таныҡлыҡ

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Күп балалыларға – таныҡлыҡ


Йүтәлде йомшартыу өсөн

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йүтәлде йомшартыу өсөн


Номер ҡуйылмаған яңы  автомобилдә йөрөп булмаясаҡ

Диниә назараты башлығы раҫланды

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Диниә назараты башлығы раҫланды


Шәхси балалар баҡсаһын ас!

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Шәхси балалар баҡсаһын ас!


Шаяралар ғына!

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Шаяралар ғына!


Ҡыҙыл майҙан тултырып бейей башҡорттар!

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡыҙыл майҙан тултырып бейей башҡорттар!


Ай, афарин, Илдар ағай!

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ай, афарин, Илдар ағай!


Юл фажиғәләре - 15 октябрь

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юл фажиғәләре - 15 октябрь


Жердев мәргәнлеген юғалтты...

16.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Жердев мәргәнлеген юғалтты...