RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йәшелсәне нисек һаҡларға?

19.09.2019 Йәшелсәне нисек һаҡларға?

Мул уңыш йыйып алған баҡсасылар йәшелсәләрҙе ҡышын нисек һаҡларға, тип баш вата. Беренсенән, һәр йәшелсәне ваҡытында һәм ҡоро көндә йыйып алырға кәрәк. Икенсенән, уны һаҡлай торған урын, баҙмы ул, подвалмы, алдан әҙерләнгән булырға тейеш.

Кишер менән сөгөлдөрҙө баҙға урынлаштырыр алдынан бәрелгәндәрен, ҡырҡылғандарын йәки серей башлағандарын айырып алып, яҡшыларын ҡоро аҡбур йәки көл менән бутарға кәңәш ителә (10 килограмға 150 – 200 грамм). Шулай эшләгәндә, улар тиҙ боҙолмаҫ. Уңышты тартмала һаҡлау яҡшыраҡ булыр. Йәшелсә өҫтөнә 2 – 3 сантиметр самаһы дымлы торф йә иһә ҡом һибеп ҡуйыу ҙа һәйбәт тотасаҡ.

Кәбеҫтәне көндәр һалҡынайта башлағас, һауа температураһы 0-дән 5 градусҡа ҡәҙәр булғанда йыйһаң, яҡшыраҡ һаҡланасаҡ. Туңған кәбеҫтәне шунда уҡ ҡулланығыҙ. Һаҡлау өсөн боҙолмаған һәм тығыҙ күсәнлеләрҙе генә һайлап алығыҙ. Кәбеҫтә оҙаҡ һаҡланһын өсөн ҡырҡҡанда күсәнен оҙон итеп ҡалдырырға тырышығыҙ. Шулай уҡ япраҡтарҙың тышҡы ҡатламын да алып ташларға кәңәш ителмәй. Кәбеҫтәне подвалда йәки баҙҙа ағас кәштәләргә күсәнен өҫкә ҡаратып, 2 – 3 рәт шахмат тәртибендә теҙеп урынлаштыралар. Шулай иткәндә, вентиляция һәм һауа йөрөшө яҡшы буласаҡ. Кәбеҫтәне яҡшы елләтелә торған урында 0 – 1 градус температурала һаҡлайҙар. Гәзиткә төрөп тә ҡуялар.

Һуған һәм һарымһаҡ яҙға тиклем һаҡланһын тиһәгеҙ, уларҙың сорттарын дөрөҫ һайлағыҙ. Һаҡлау өсөн әсе һуған һәм эфир майҙары күп булған яҙғы һарымһаҡ кәңәш ителә. Уларҙы түтәлдән йыйып алғас, оҙаҡ итеп киптерергә кәрәк. Һуғанды ағас тартмаларҙа һәм үреп һаҡлайҙар.

Һарымһаҡты парафинлау яҡшы һөҙөмтә бирә. Бының өсөн сеткаға тултырылған йәшелсәне 2 – 3 секундҡа иретелгән парафинға тығып алырға кәрәк. Һыуынғас, киндер ҡапсыҡҡа тултырып, ҡоро урынға элеп ҡуялар. Шулай уҡ һарымһаҡты быяла банкаларға он менән бутап тултырырға ла була. Һуғанды 1 – 2 йәки 18 – 22 градус, ә һарымһаҡты 1 – 3 градус йылылыҡта һаҡларға мөмкин.



Автор: З. Йәһүҙина
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Аҡса етмәй, тип бабайҙың аҡсаһын урлағандар

Тракторлы булды ауыл!

23.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Тракторлы булды ауыл!


Юл фажиғәләре - 22 октябрь

23.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юл фажиғәләре - 22 октябрь


Салауатта нарколог менән психиатрға – сират

Медицина ярҙамы күрһәтеүгә аҡса  тағы ла күберәк бүленә

Даланлылар беҙҙең төбәктә йәшәй

23.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Даланлылар беҙҙең төбәктә йәшәй


"Сәләмәтлек сәғәте"  Йоматауҙа үтте

23.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Сәләмәтлек сәғәте" Йоматауҙа үтте


Мостай Кәрим әҫәрҙәренең 10 томлыҡ йыйылмаһы күрһәтеләсәк

Эсе тулы мәйет булған

23.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Эсе тулы мәйет булған


Шахмат буйынса элекке  донъя чемпионы ҡайҙа һәм нисек йәшәй?..

Яңы фатир ҡотло булһын, Софья!

23.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Яңы фатир ҡотло булһын, Софья!


Вузға интернет  аша уҡырға инеп буласаҡ

23.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Вузға интернет аша уҡырға инеп буласаҡ


Эйәһеҙ быуар йыланды эйәләткән

23.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Эйәһеҙ быуар йыланды эйәләткән


Өфөлә уҡыусы ҡыҙҙы сауҙа үҙәгенән дауаханаға илткәндәр, тик ҡотҡара алмағандар

Һөйөнсө! РФ финанс министры бюджетниктарға эш хаҡы артасаҡ тип вәғәҙәләне!

Ҡомарлы уйын ҡорбаны, ҙур суммала аҡсаһын юғалтҡандан һуң уйын клубын шартлатырға ниәтләй

Аршавиндан һуң, баһаланғандары юҡ

23.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аршавиндан һуң, баһаланғандары юҡ


СМП бригадалары планшеттар менән генә эш итәсәк

Тракторсы кешеләрҙе үлемесле тәгәрмәстән ҡотҡарған

Владимир Путиндың визиткаһын ике миллион һумға баһалағандар

Һаҡ булығыҙ: магнит дауылы көтөлә

23.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Һаҡ булығыҙ: магнит дауылы көтөлә


“Локомотив” командаһы “Ювентус”ты ота яҙҙы...

Трассала "незамерзайка" һатып алмағыҙ!

23.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Трассала "незамерзайка" һатып алмағыҙ!


Еңеү менән ҡотлайбыҙ!

22.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Еңеү менән ҡотлайбыҙ!