RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте

15.09.2019 Һөйөү тураһында

Бала саҡта инәйемдең ҡайҙалыр киткәнен яратмай торғайным.

Уның өйҙә юҡлығы уянғас та тойола. Нисектер өй шыҡһыҙға әйләнә лә ҡуя. Инәй өйҙә булмаһа ла, башҡа бөтә нәмә шул килеш ҡала бит инде: һалҡын көндәрҙә мейестә шытырлап утын яна, ҡараңғы мәлдәрҙә һәр бүлмәлә уттар ҡабыҙыла, телевизор ҙа эшләп тора, тәҙрәләрҙә - матур пәрҙәләр, ҡорғандар, иҙәндә - аллы-гөллө балаҫтар, тамағыбыҙ туҡ... Ә ниңә барыбер һыуыҡ һуң?! Өйҙөң йәме ҡайҙа була? Үҙеңә - урын, күңелеңә толҡа тапмай, етем бәрәс кеүек тегендә-бында ҡағылып-һуғылып тик йөрөгән һымаҡһың. Ике күҙең йә ишектә, йә тәҙрәлә, ҡолаҡтарың локатор кеүек инәйҙең аяҡ тауышын ишетергә "көйләнә".

Һәм, ниһайәт, ул ҡайтып инә. Йыш ҡына асыулы килеш, сөнки ул юҡта беҙ хилафлыҡтар ҡылырға ла өлгөрәбеҙ һәм быны инәйем соландан уҡ аңғара. Ә шулай ҙа, бер нимәгә ҡарамаҫтан, өй эсе нурға күмелә! Инәй менән өйҙөң һәр мөйөшөнә ҡот тула. Мейес гөрләберәк янырға тотона, лампочкалар сағыуыраҡ баҙлай, пәрҙә-ҡорғандарға яҡты төҫ ҡуна, аш-һыу тәмлерәккә әйләнә.

Ул булмағанда өҫтөңә ҡат-ҡат кейгән кейемдәреңде сисеп бәргәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Инәй менән бергә, хатта өй йәһәт кенә йылына!

Шул мөғжизә түгелме? Ғәжәп бит! Әлегәсә шулай: инәйем өйҙә саҡта, йортобоҙ яҡты, нурлы, йылы - ҡотло!

Ә атай өйҙә булмағанда ихата эсе етемһерәп ҡала һәм арҡам өшөй торғайны. Ҡапҡа эсендә атайҙы көтөп йөрөгәндә ваҡыттың үтмәүе! Утынлыҡҡа инеп, атайҙың эш ҡоралдары араһында соҡонам. Унда сөйҙә элеүле торған бысҡы менән балта, хужа өйҙә булмағас, әйтерһең дә, бер сәғәттә тупаҫлана. Мин бер туҡтауһыҙ уларҙың үткерлеген бармағым менән тикшереп ҡарайым... "Юҡ, шул килештәр", - тип үҙемде тынысландырам да, урамға сығып атайҙы көтәм. Күренһә - ҡыуанысымдың сиге юҡ!

...Атайым мәңгелеккә киткәс, аты иланы. Мин аяҡһыҙ ҡалдым. Аҙаҡ көс-хәлгә атлап киттем ул мин. Арҡам ғына шунан бирле өшөүҙән туҡтамай.

Шул һөйөү түгелме?



Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ташландыҡ машиналарҙы, суд ҡарары булмаһа ла, алып китәсәктәр

Ғафури районында элекке ауыл хакимиәте башлығы хөкөм ителгән

Өфө вандалдарын эҙләйҙәр

21.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфө вандалдарын эҙләйҙәр


"Ацетон менән ағыуланыу": балаға өс тәүлек буйы диагноз ҡуя алмағандар

Самолет Өфөгә төшөргә мәжбүр булған

21.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Самолет Өфөгә төшөргә мәжбүр булған


Тағы ла ер убылған

21.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Тағы ла ер убылған


Көйөргәҙе районында ҡот осҡос хәл

21.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Көйөргәҙе районында ҡот осҡос хәл


Етмеш һум аҡса өсөн ете кешене үлтергән

21.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Етмеш һум аҡса өсөн ете кешене үлтергән


"Балалар - балаларға: беҙҙең йөрәктәр музыкаһы"

Бөгөн Бибисара Азаматова бик матур байрамын билдәләй

Мария Шарапова донъяла 134-се булып киткән

Автозаправкаларҙа мутлашыуға юл ҡуйылмаясаҡ

"Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?" Яуап Санкт-Петербург ҡалаһында табылыр!

Өфө халыҡ-ара мәғариф салоны уҙасаҡ

21.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфө халыҡ-ара мәғариф салоны уҙасаҡ


Кипкән үләнде, сүп-сарҙы үртәмәгеҙ!

21.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Кипкән үләнде, сүп-сарҙы үртәмәгеҙ!


Өфө баскетболсылары Рәсәй кубогы өсөн көрәшәсәк

Балалар менән башҡортса фильмдар ҡарарға килегеҙ!

Радий Хәбиров: “Был өс районға ныҡ оят...”

Был коллективтарҙы оло ҡыҫҡартыу көтә

21.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Был коллективтарҙы оло ҡыҫҡартыу көтә


"Этно-шәмбе" тотош районды берләштерҙе

21.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Этно-шәмбе" тотош районды берләштерҙе


Умарк Мозякиндан 60 миллион һумға кәмерәк ала

Уҡыуын ташлап, Инстаграмда ике айҙа 500 мең һум аҡса эшләгән

“Етәр! Һиңә күпме йәшәргә була?!”

21.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы “Етәр! Һиңә күпме йәшәргә була?!”


Юл ваҡиғалары - 20 октябрь

21.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юл ваҡиғалары - 20 октябрь