RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тоҙ файҙалымы, зыянлымы?

06.09.2019 Тоҙ файҙалымы, зыянлымы?


Тоҙ бер ҡасан да ябай ғына ризыҡ һаналмаған. Йәшәйештә ул ҙур урын алып тора. Өҫтәлгә иң тәүҙә тоҙ ҡуябыҙ, килгән ҡунаҡты ла икмәк-тоҙ менән ҡаршылайбыҙ. Уның хаҡында мәҡәлдәр, юрамыштар халыҡ араһында киң таралған. Тоҙҙоң файҙаһы һәм зыянына ҡағылышлы бәхәстәр ҙә йөҙәр йылдар дауам итә.
Ни тиклем зыянлы?
Күптәр өсөн тоҙҙоң артыҡ зыяны юҡ. Әммә халыҡтың 20 проценты өсөн (һәр бишенсе кешегә) ул бик тә зыянлы. Билдәле булыуынса, ул организмда һыуҙың тотҡарланыуына булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә йөрәккә, бөйөрҙәргә көс төшә. Баш ауырта, кешенең шешенеүе ихтимал.
Хәүеф төркөмөнә инеү-инмәүеңде асыҡлау ҡыйын түгел, бының өсөн тоҙһоҙ диетаға ултырып ҡарарға кәрәк. Әгәр ҙә шул саҡта үҙегеҙҙе яҡшы тояһығыҙ икән, тимәк, тоҙ ҡулланыуҙы сикләргә кәрәк. Гипертониктарға унан баш тартыу, әлбиттә, еңеллек килтерә.
Ғөмүмән, артыҡ тоҙ бер кемгә лә файҙалы түгел. Төрлө сығанаҡтар буйынса, тәүлегенә тәҡдим ителгән норма – 0,5 – 3 г. Шул иҫәпкә икмәктәге, колбасалағы һәм башҡа ризыҡтарҙа йәшеренгән тоҙ ҙа инә. Әммә хәҙер айырыуса йәштәр яратҡан ризыҡтарға күҙ һалһаң, бер бигмакта ғына 1 г тоҙ бар, пиццала ул 1,5 грамға етә, ә тоҙло сәтләүектәр һәм чипсыларҙа тағы ла күберәк. Тиҙ әҙерләнә торған лапша һәм туҡмастарҙа ла ул бер грамдан арта. Шулай итеп, беҙ туйғансы ашарға ла өлгөрмәйбеҙ, ә тоҙҙоң тейешле нормаһы артығы менән йыйылып та китә. Бынан шундай һығымта яһарға мөмкин: иң яҡшыһы – өйҙә әҙерләнгән ризыҡтар.



Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: pixabay.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Раян менән Даян - бәләкәй вундеркиндтар

16.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Раян менән Даян - бәләкәй вундеркиндтар


Йылайыр районының Ҡаҙырша ауылында нимә булған?

Дүрт  көнлөк эш аҙнаһының тиҙҙән ысынбарлыҡҡа әйләнеүе бар

Полиция эте, әй юҡ, сусҡаһы

16.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Полиция эте, әй юҡ, сусҡаһы


Быйыл көҙ ниндәй төҫтәр модала?

16.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Быйыл көҙ ниндәй төҫтәр модала?


Олимпия призеры машинаһын һата

16.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Олимпия призеры машинаһын һата


"Нур" театрында яңы спектакль

16.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Нур" театрында яңы спектакль


Луиза Хәйруллина тураһында клип төшөргәндәр

Өфөлә күпләп шаурма кибеттәре ябыла

16.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфөлә күпләп шаурма кибеттәре ябыла


Кокорин – «Сочи»ға,  Мамаев – ?..

16.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Кокорин – «Сочи»ға, Мамаев – ?..


Мәскәүҙә – Башҡортостан байрамы

16.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Мәскәүҙә – Башҡортостан байрамы


Башҡортостандың хушбуйы ла бар!

16.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Башҡортостандың хушбуйы ла бар!


Отпускыға китеү өсөн ғариза яҙып тороу  кәрәкмәйәсәк

Зөһрә апайҙың йөрәктән сыҡҡан йыры

16.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зөһрә апайҙың йөрәктән сыҡҡан йыры


Таныш булығыҙ: яңы үҙәк ойошторола

16.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Таныш булығыҙ: яңы үҙәк ойошторола


Республика халҡы нарколог, психолог һәм психотерапевтарға бушлай мөрәжәғәт итә ала

Подъездар һәм ихаталар бер юлы ремонтланырмы?

"Әсәлек капиталы" арта

16.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Әсәлек капиталы" арта


Ишембай районының Яр Бишҡаҙаҡ ауылының Йәштәр урамы картуф байрамы үткәрҙе

Радий Хәбиров: ниһайәт республикала яҡшы ихаталар барлыҡҡа килде

Анемияны нисек дауаларға?

16.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Анемияны нисек дауаларға?


Сибайҙар миҙгел аса!

16.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сибайҙар миҙгел аса!


Бик шәп концертҡа ике билет уйнатабыҙ!

16.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бик шәп концертҡа ике билет уйнатабыҙ!


Өфө ҡалаһы музейы асылды

16.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфө ҡалаһы музейы асылды