RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Йәшелсә-емештәге химияны һәм нитраттарҙы нисек бөтөрөргә?

29.08.2019 Йәшелсә-емештәге химияны һәм нитраттарҙы нисек бөтөрөргә?

Йәшелсә-емештәрҙе ныҡлап йыуһаң, нитрат һәм пестицидтарҙан таҙартырға була. Иң зарарлы өлөштәре ҡайҙа һуң уларҙың?
Кәбеҫтә. Нитраттарҙың күп өлөшө кәбеҫтәнең өҫкө япраҡтарында һәм үҙәгендә була. Ул өлөштәрен ҡулланмағыҙ.
Картуф. Картуфта нитраттар ҡабыҡ аҫтында һәм үҙәгендә йыйыла. Шуға ла картуф бешеү менән һыуын түгегеҙ.
Ҡыяр, баклажан, ашҡабаҡ. Нитратһыҙ ҡыяр асыҡ йәшел төҫтә, ҡуйы йәшелдәре ашламаны күп ҡулланып үҫтергән ҡыярҙарҙа була. Йәш ашҡабаҡтың ҡабығын әрсергә, иң ағыулы урыны-артын ҡырҡырға кәрәк.
Салат, петрушка, укроп. Химия һабаҡтарында була. Ризыҡҡа өҫтәр алдынан бер сәғәт һыуҙа тотоп тороғоҙ.
Помидор. Ҡабығы ҡалын булған һайын нитраттары ла күберәк. Бешмәгән помидор алмағыҙ.
Виноград. Уларҙы оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн фунгицидтар менән эшкәртәләр. Ашар алдынан яҡшылап йыуырға кәрәк.
Ҡарбуз. Киҫелгән һәм пленкаға уралған ҡарбуздарҙы бер ҡасан да алмағыҙ. Уның нитратлы булыу-булмауын белеү өсөн түбәндәге тәжрибәне эшләп ҡарағыҙ. Ҡарбуздың йомшаҡ урынын ҡырҡып алып һыулы стаканға төшөрөгөҙ. Һыу төҫөн үҙгәртһә, ашламаларҙы күп ҡулланғандар тигән һүҙ. Тоноҡ һыуға әйләнһә, тимәк, ашарға яраҡлы.
Груша һәм алма. Был емештәрҙе серемәһен, боҙолмаһын өсөн һатыуға сығарыр алдынан дифенил менән эшкәртәләр. Евросоюзда, АҠШ-та был матдә көслө канцероген һәм аллерген иҫәпләнә. Шуға ла емештәрҙе ҡабығынан әрсемәйенсә ашарға ярамай.
Кишер, редиска, сөгөлдөр. Нитраттарҙың күп өлөшө тамырында һәм һабаҡ өлөшөндә була. Бешергәндә был өлөштәрен киҫеп һалығыҙ.
Сит илдән килтерелгән йәшелсә-емеште һатып алмауығыҙ хәйерле. Беҙҙең ауыл хужалығы предприятиелары көрсөк мәлендә Америка, Голландия, Нидерландтар кеүек илдәрҙән ашламалар һатып ала алмай. Сит илдәр, үҙҙәрендә ҡара тупраҡ булмағас, башлыса химикаттар һибеп кенә йәшелсә үҫтерә. Үҙ баҡсаңда үҫтергән ризығыңа ни етә инде!



Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: pixabay.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Һәр ялтыраған әйбер алтын булмай шул...

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Һәр ялтыраған әйбер алтын булмай шул...


Солянка

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Солянка


Киләһе аҙнанан балаларға вейптар һатылмаясаҡ

ИТАЛЬЯН АУЫЛ БӘЛЕШЕ! АЛМА МЕНӘН!

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы ИТАЛЬЯН АУЫЛ БӘЛЕШЕ! АЛМА МЕНӘН!


Ни өсөн инаугурацияға элекке республика етәкселәре саҡырылған?

Ит консерваһын сифатлыһынан  нисек айырырға?

Рәсәйҙә ҡайһы бер байрамдар ғәмәлдән сығарыла

"Ҡояшлы балалар"ға ярҙамға

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Ҡояшлы балалар"ға ярҙамға


Йәшә, урман!

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәшә, урман!


Радий Хәбиров Сафияның яҙмышын үҙе күҙәтәсәк

Ялған дарыуҙы асыҡлау - телефон ҡушымтаһы аша

Республика Хөкүмәте отставкаға китте

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Республика Хөкүмәте отставкаға китте


Сентябрҙә умырзая  сәскә атҡан

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сентябрҙә умырзая сәскә атҡан


Бәүелә-бәүелә килә "Салауат..."

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бәүелә-бәүелә килә "Салауат..."


Ейәнсурала фельдшер менән эшҡыуар районға  миллионды ҡайтарасаҡ

Үлгән кешенең кейемдәрен ни эшләтергә?

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Үлгән кешенең кейемдәрен ни эшләтергә?


Йәрминкәгә килегеҙ!

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәрминкәгә килегеҙ!


Ит ашарға кәрәкме?

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ит ашарға кәрәкме?


Организмды ҡышҡа әҙерләйек

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Организмды ҡышҡа әҙерләйек


Виноградты нисек дөрөҫ ҡышлатырға?

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Виноградты нисек дөрөҫ ҡышлатырға?


Ниагара шарлауығы Башҡортостан флагы төҫөндә янасаҡ

Икеһенә 10 туп...

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Икеһенә 10 туп...


Ейәнсура ҡоротон Сәлимә Ҡаранаева отто!

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ейәнсура ҡоротон Сәлимә Ҡаранаева отто!


Сүп-сар һауытттары кемдән ҡаса?

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сүп-сар һауытттары кемдән ҡаса?