RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Диабетиктарға файҙалы май

29.08.2019 Диабетиктарға файҙалы май



Шәкәр диабеты ауырыуының шул яғы насар: бәләкәй генә яра йә ҡырҡылған урын да тиҙ генә йүнәлмәй аптырата. Шунлыҡтан ундай йәрәхәттәрҙе ваҡытында дауалау мөһим.
Кишерҙән әҙерләнгән май эренләп, ҡанһырап торған яраларҙы, тәндең янған урындарын тиҙерәк бөтәштерә. Шулай уҡ организмдың инфекцияларға ҡаршы тороусанлығын да арттыра.
Уны әҙерләү өсөн 1 – 2 кишерҙе яҡшы итеп йыуып, таҙартып, ҡырғыстан үткәрергә. Һөҙөмтәлә бер стакан ҡырылған кишер булырға тейеш. Шуны бәләкәйерәк эмалле кәстрүлгә һалып, өҫтөнә сыҡҡансы (1 см) үҫемлек майы ҡойорға. (Көнбағыш майы ла, зәйтүн майы ла ярай). Ҙур кәстрүлгә яртыһынан әҙерәк һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуйырға. Һыуы ҡайнап сыҡҡас, кишер һалынған бәләкәй кәстрүлде ҡапҡасы ябыҡ килеш эсенә ултыртып, кишер майын яҡынса 20 минут тирәһе йылытырға, әммә ҡайнатырға ярамай. Әҙер булғас, бер нисә ҡат марля аша һөҙөп һыуытырға һәм бәләкәй банҡаларға һалып, һыуытҡыста һаҡларға. Был майҙы йәрәхәтләнгән урындарға һөртөргә, шулай уҡ көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ эсергә мөмкин.
Иҫкәрмә! Бөйөрөндә, бауырында йә үт ҡыуығында ташы булған кешеләргә үҫемлек майы эсергә ярамай!



Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Йәрминкәгә килегеҙ!

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәрминкәгә килегеҙ!


Организмды ҡышҡа әҙерләйек

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Организмды ҡышҡа әҙерләйек


Виноградты нисек дөрөҫ ҡышлатырға?

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Виноградты нисек дөрөҫ ҡышлатырға?


Ниагара шарлауығы Башҡортостан флагы төҫөндә янасаҡ

Икеһенә 10 туп...

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Икеһенә 10 туп...


Ейәнсура ҡоротон Сәлимә Ҡаранаева отто!

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ейәнсура ҡоротон Сәлимә Ҡаранаева отто!


Сүп-сар һауытттары кемдән ҡаса?

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сүп-сар һауытттары кемдән ҡаса?


Рөстәм Ғиззәтуллиндың "Тыуған көндә шәп йырҙар" концертына билетты Алиса Хажиева отто!

Ташҡабаҡтан аджика

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ташҡабаҡтан аджика


Көслө ел "Ока"ны түңкәргән

20.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Көслө ел "Ока"ны түңкәргән


Башҡорт лицейына  Ғәли Ибраһимовтың исеме бирелде

2024 йылға Башҡортостан халҡының сифатлы эсәр һыу менән тәьминәте 92,5 процентҡа етәсәк

Ҡар көтөлә

19.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡар көтөлә


Көйһөҙ кейәү

19.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Көйһөҙ кейәү


20 йыл элек уңышҡа өлгәшәләр

19.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы 20 йыл элек уңышҡа өлгәшәләр


Аҡҡош балаларына хәүеф янамай

19.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡҡош балаларына хәүеф янамай


Көслө ел шаша

19.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Көслө ел шаша


ЮХХДИ инспекторы «матур»  һандар  һатҡан

19.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы ЮХХДИ инспекторы «матур» һандар һатҡан


СНИЛС-ты  паспортығыҙҙа йөрөтмәгеҙ!

19.09.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы СНИЛС-ты паспортығыҙҙа йөрөтмәгеҙ!


Хәйҙәр Вәлиев - БР Конституция Суды рәйесе урынбаҫары

"Республикабыҙҙы халыҡты ишеткән, уның аһ-зарына ҡолаҡ һалған эшлекле хужа етәкләне"

"Уның программаһында – яңы бурыстар, креатив идеялар бар"

"Аллаһы Тәғәлә уға иҫәнлек-һаулыҡ бирһен, ҡеүәт – дәрт насип итһен"

"Башлыҡ  мәҙәни үҫешкә оло иғтибар бүлер, тип ышанам"