RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » « Китап» нәшриәте үҙ статусын һаҡлап алып ҡаласаҡ

28.08.2019 « Китап» нәшриәте үҙ статусын һаҡлап алып ҡаласаҡ


Республиканың гәзит- журналдары нәшер ителгән иң ҙур «Башҡортостан» республика дәүләт нәшриәте типографияһы былтыр июлдә банкрот тип иғлан ителгәйне. Предприятиеның бай китапханаһы, медицина пункты юҡҡа сығарылды, сит илдән ҡиммәтле хаҡҡа һатып алынған, төҫлө гәзиттәр баҫыусы ҡайһы бер ҡорамалдары һатылды, хеҙмәткәрҙәр эштән ебәрелде. Ҡасандыр килемле эшләгән Башҡортостандың иң ҙур типографияһы юҡҡа сығыу сигенә еткерелде. 6 августа БР Арбитраж суды банкротлыҡ процедураларын туҡтатты.Республика властары өҫтөнлөклө инвестиция проекттарына булышлыҡ итеү маҡсатынан ойошторолған «Төбәк фонды» акционерҙар йәмғиәте аша предприятиеның бурыстарын һатып алды.
« Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Олег Полстовалов төбәк өсөн стратегик ойошма һаналған типографияның 135 млн һум бурысы ҡапланыуын белдерҙе. Төп кредитор - ВТБ банк менән килешеү төҙөлөп, штраф санкциялары ғәмәлдән сығарылған.
Нәшриәтте ауыр көрсөк хәленән сығарыу өсөн Зәйнәб Биишева исемендәге Китап» нәшриәте бинаһын , нәшриәттең файҙаланылмаған гаражын һатырға тура киләсәк. Республиканың гәзит- журналдары редакциялары урынлашҡан Матбуғат йортонда китап нәшер итеүсе редакциялар урынлашасаҡ,китаптар, дәреслектәр баҫылған полиграфия комбинатының ҡорамалдары килтереләсәк. Типография машиналарын урынлаштырыу менән махсус ойошма шөғөлләнә. «Китап» нәшриәте үҙ статусын һаҡлап алып ҡаласаҡ,тип вәғәҙә итә етәкселек. Киләсәктә сығымдарҙы кәметеү өсөн « Башҡортостан» дәүләт нәшриәте менән республика баҫмаларын берләштергән «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто унитар предприятиеһын берләштереү күҙаллана. «Китап» нәшриәте бинаһында IТ йүнәлешле технопарк буласаҡ




Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне