RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивалендә еңеүсегә 1 миллион һум!

21.08.2019 «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивалендә еңеүсегә 1 миллион һум!

Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» этник фильмдар фестивалендә Гран-при яулаусыға иҫтәлекле һын һәм миллион һум тапшырыласаҡ.


24-27 августа Өфөлә IV «Көмөш Аҡбҙат» халыҡ-ара фестивале уҙасаҡ. Кинофестивалде ойоштороусылар — БР Башлығы булышлығында Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы, Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте.

«Әкиәттәге Аҡбуҙ аттың һыны таштан һәм бронзанан яһалған, уға көмөш ялатылған. Йәшел постамент Урал тауҙарын символлаштыра. Авторы — рәссам Арыҫлан Бикбаев, скульпторы — Салауат Ғәниев, — ти «Башҡортостан» киностудияһы директоры Юнир Әминев. — Бүләкләү өсөн 10-дан ашыу һын әҙерләнгән. Улар — төп бүләк тә, иң яҡшы социаль яҡтан дәртләндереү фильмдары, этник фильмдар, иң яҡшы режиссер эше, иң яҡшы сценарий, иң яҡшы оператор эше өсөн наградалар ҙа».

«Башҡортостан» киностудияһынан режиссер Малик Яҡшымбәтов һәм оператор Ғилуан Әмиров исемендәге приз, ҡала хакимиәтенән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан бүләктәр тапшырыласаҡ.
Шулай уҡ ике яңы махсус приз булдырылған. Быйыл Әмир Абдразаҡовтың 85 йыллығы билдәләнә, шуға күрә приз күләме 85 мең һум тәшкил итә. Уны режиссерҙың улы, опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов тапшырасаҡ. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының хәләл ефете Каринэ Хәбирова ла үҙенең бүләген әҙерләгән.

«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивале барышында «Родина» кинотеатрында 48 фильм күрһәтеләсәк. Конкурс программаһында Австралия, Азербайжан, Әрмәнстан, Һиндостан, Ҡытай, Мьянма, Индонезия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Литва, Непал, Молдова, Руанда, Үзбәкстан, Франция, Көньяҡ Корея фильмдары тәҡдим ителә. Бөтә эштәр менән дә тиерлек режиссерҙар үҙҙәре таныштырасаҡ.

Башҡортостан Республикаһынан конкурс программаһында һигеҙ фильм ҡатнашасаҡ. Улар — Айнур Асҡаровтың «Өфөнән һөйөү менән», Роман Пожидаевтың «Ҡар яуғанда», Динара Әбдрәшитованың «Асия», Руслан Юлтаевтың «Кластан тыш дәрес», Фәрзәнә Утарбаеваның «Ҡырағай», Кирстен Гайнеттың «Йортобоҙ ниңә моңһоу», Илдар Ғиләжевтың «Европа көтөр!» картиналары.
Кинофестиваль Булат Йосоповтың «Беренсе республика» тарихи фильмы менән асыла. Режиссер Айсыуаҡ Йомағоловтың «Етегән» фильмы конкурстан тыш программала күрһәтеләсәк.

Быйыл кинофестивалдең жюри составын театр һәм кино актеры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты Сергей Шакуров етәкләйәсәк. Саҡырылған ҡунаҡтар иҫәбендә — поляк кинорежиссеры, сценарист һәм продюсер, бик күп халыҡ-ара кинофестивалдәр лауреаты, Венеция кинофестиваленең «Алтын Арыҫлан»ы эйәһе Кшиштоф Занусси, Рәсәй актерҙары Борис Щербаков, Игорь Петренко һәм Владимир Вдовиченков (Мәскәү), «Бөйөк быуат» сериалы йондоҙо Сәлим Байраҡтар (Төркиә).

“Башинформ” сайтынан әҙерләнде.




Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне