RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Шүлгәнташты яҡлап ҡала алдыҡ!

20.08.2019 Шүлгәнташты яҡлап ҡала алдыҡ!

Йыл башында “Шүлгәнташ” дәүләт биосфера ҡурсаулығы етәкселеге, БР Хөкүмәтенең һәм дәүләт органдарының Шүлгәнташ мәмерйәһе системаһын мәҙәни мираҫ объекты һәм тарихи-мәҙәни ҡурсаулыҡ булараҡ билдәләгән ҡарарҙарын юҡҡа сығарыуҙы һорап, судҡа мөрәжәғәт иткәйне.


Ҡурсаулыҡ директоры Михаил Косаревтың дәғүәһен БР Юғары суды ҡәнәғәтләндерҙе һәм мәмерйәне һәм ундағы һүрәттәрҙе һаҡлау өсөн ҡабул ителгән норматив-хоҡуҡи акттарҙы ғәмәлдән сығарыу тураһына ҡарар ҡабул итте.

Әммә БР Хөкүмәте лә, мәҙәниәт министрлығы менән Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы ла бының менән ризалашмай, РФ Юғары судына апелляция бирҙе. Кисә РФ Юғары суд иһә, Шүлгәнташте һаҡлау кәрәклеген тағы бер ҡат раҫланы.

М. Косарев менән был бәхәс мәмерйәне һәм ундағы боронғо һүрәттәрҙе ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү өсөн алып барылған эштә иң ҙур кәртә булып тора ине.

Әйткәндәй, 1990-сы йылдарҙан алып «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығы мәмерйәне экскурсиялар ярҙамында аҡса эшләү өсөн генә файҙалана. Дөрөҫөн әйткәндә, мәмерйә – ҡурсаулыҡтың төп килем сығанағы. Ғалимдарҙың талабын иҫәпкә алып, 2018 йылда БР Хөкүмәте һәм Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы боронғо һүрәттәрҙең төп нөсхәһе һаҡланған мәмерйә залдарына экскурсия үткәреүҙе тыйыу тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Боронғо һүрәттәрҙе хәҙер илдең Юғары суды ла яҡлай.

Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин былай ти:
– Башҡортостан Юғары судының ҡарары Шүлгәнташты ЮНЕСКО-ның бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереүҙе тулыһынса инҡар иткәйне. РФ Юғары суды ҡарары буйынса, Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм ундағы боронғо һүрәттәр компетентлы органдар яҡлауында ҡалдырылды. Мәҙәни мираҫ объектына айырым бер ҡурсаулыҡтың килем сығанағы итеп ҡарау төптө дөрөҫ түгел. “Урал батыр ере” тарихи-мәҙәни мираҫ объекты булараҡ, беҙ Шүлгәнташты киләсәк быуын өсөн дә һаҡларға бурыслыбыҙ.




Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне