RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөгөн донъяла һулаҡайҙар көнө билдәләнә

13.08.2019 Бөгөн донъяла һулаҡайҙар көнө билдәләнә

Бөгөн донъяла  һулаҡайҙар көнө билдәләнәӘйҙәгеҙ ошо темаға һөйләшәйек. Фекер башына Хәлиҙә апайҙың хәтирәһен ҡуябыҙ.

Мин һулаҡаймын. Эйе, эйе, һулаҡаймын, русса әйткәндә "левша"мын.
Тик, һулаҡай менән яҙырға рөхсәт булмау сәбәпле (1968-1976 йылдарҙа уҡыным) һул ҡул менән ҡәләм тота белмәйем.

Беренсе класҡа уҡырға барғас, мине нисек тәүге уҡытыусым уң ҡул менән яҙырға өйрәткәне иҫемдә. Иң алғы партаға ултыртып ҡуйҙы. Ҡарап ҡына ултыра. Ҡәләмде һулға эләктереп алыуым була:
- Тәтәй ҡул менән яҙабыҙ, тәтәй ҡул менән, - тип кенә тора апайыбыҙ.
Минең өсөн иң ауыры - таҡтаға сығып яҙыуы булды. Әллә үргә күтәреп яҙыуы шулай ауыр инеме, әллә уң ҡул үҙе тыңламай ҡаҡшаттымы!? Ни булһа ла аҡбур үҙенән-үҙе зыйып ҡына һул ҡулға күсә лә ҡуя торғайны. Шул арала:
- Абдуллина, тәтәй ҡул менән яҙабыҙ, тәтәй ҡул менән!, - тигән әмер яңғырай...
Һул ҡул менән ҡәләм тота алмаһам, уның менән башҡа әйберҙе өлөшләтә генә булһа ла тотам. Өлөшләтә тип әйтеүем бысаҡ тураһында булыр.

Бысаҡты уң ҡулға алам. Бар эште лә уң ҡулға тотоп эшләйем. Тик, ҡәләм ослағанда бысаҡты ниңәлер һул ҡул менән тотам. Ашағанда рәхәт, ҡалаҡты ултырған урыныма ҡарап, нисек уңайлы шулай эләктереп алам. Ике ҡулым менән дә ашай алам. Икмәк баҫҡанда һул менән баҫам. Картуф утағанда, сүпләгәндә, өй аҡлағанда, буяғанда ике ҡул тиң йөрөй. Бесәндә һәнәкте һулы менән тотһам, тырма ике яҡта йүгереп йөрөй. Эй, рәхәт инде ике ҡул менән тиң эшләгәс. Тиҙ талмайҙар.

Емеш-еләк сүпләгәндә лә икеһе лә хеҙмәт итә.
Шулай ҙа, һул ҡулым күберәк эшләй кеүек. Сәй яһағандә һулы менән яһайым икән. Кешегә үрелеп биргәндә лә һулы менән бирәм. Ошо ҡылығым уңайһыҙ хәлгә лә ҡалдырғаны бар.
Яңыраҡ мәсеттә бер ағай, сәйҙе кире яҡтан бирмә, тип мәрәкәләп иҫкәртеп ҡуйҙы. Мин яуапһыҙ ҡалманым:
-Булған ҡаным һулдан аҡҡас, мин нисек уңдан эшләргә тейешмен тинем. Шулай ҙа хәҙер уң менән бирергә тырышам.

Байрам менән, дуҫтар - һулаҡайҙар!




Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне