RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Әлфинәлә икенсе көмөш миҙал!

10.08.2019 Әлфинәлә икенсе көмөш миҙал!

Әле генә Учалы ҡалаһының 1-се һанлы башҡорт лицейы уҡыусыһы Әлфинә Фәхретдинованың тағы бер еңеүе тураһында хәбәр килеп етте!

17 йәшлек спортсы ҡыҙ билбау көрәше буйынса донъя чемпионаты һәм беренселегендә икенсе көмөш миҙалды яуланы бит!

Өс тапҡыр самбо буйынса БР беренселегендә "алтын" миҙал алған самбист, дзюдоист ҡыҙ яҙын Шаран районында тәүге тапҡыр билбау көрәше буйынса республика кимәлендәге ярышта ҡатнашып, пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелде. Унан һуң апрель айында Һарытауҙа Рәсәй беренселегендә "көмөш" миҙал менән наградланды. Донъя кимәлендәге ярышта ла яҡташыбыҙ һынатманы, үҙенең көсөн, таһыллығын тулыһынса аҡланы! Әлфинәне тәрбиәләгән апаһы Эльвира Саҙрыеваның әйтеүенсә, Әлфинә ныҡышмалы ҡыҙ, алдына алғанды ҡуймай, шуға ла уңыштарға өлгәшә. Ай, афарин!

Әлфинәнең тренеры, башҡорт рухлы Александр Шумковтың нисек ҡыуанғанын күҙ алдына килтерәбеҙ!



Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Гранат ашаһаң...

20.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Гранат ашаһаң...


“Ете ҡыҙ” фонтанында иҫерек ҡыҙ һыу ингән

Ҡара һағыҙ! Кемегеҙ был тәмлекәсте иҫләй һәм эшләй?

Ҡупырайғандар араһында ла бысраҡтары табыла...

Тағы бер сауҙа үҙәгендә парковка түләүлегә әйләнде

Бур ҡорбаны булмаҫ өсөн 6 ысул

20.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бур ҡорбаны булмаҫ өсөн 6 ысул


Шүлгәнташты яҡлап ҡала алдыҡ!

20.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Шүлгәнташты яҡлап ҡала алдыҡ!


Үлем язаһынан ҡотолоп ҡалған ир ҡыҙ баланы көсләгән

Валерий Ничушкин  "Даллас"ты “Колорадо”ға алмаштырҙы

Хеҙмәт министрлығы тәмәкеселәрҙең эш хаҡын ҡыҫҡартмаясаҡ

Балаға көнөнә бер алма - норма, юҡһа...

20.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Балаға көнөнә бер алма - норма, юҡһа...


Вахтасылар тағы аварияға осраны

20.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Вахтасылар тағы аварияға осраны