RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өфө стоматологтары райондар буйлап йөрөй

06.08.2019 Өфө стоматологтары райондар буйлап йөрөй

Бер аҙна дауамында Республика стоматология поликлиникаһының күсеп йөрөүсе стоматология модуле белгестәре бригадаһы Баймаҡ районының Темәс ауылы халҡына Дәүләт гарантияһы программаһы буйынса бушлай медицина ярҙамы күрһәтте.

Улар «Сәләмәт республика – сәләмәт регион» программаһы сиктәрендә эшләне. Теш табиптары ярҙамына барлығы 189 кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 52-һе – балалар. Өфө табиптары 125 теште дауалаған, өс кешегә тулы рентгендиагностика эшләнгән, 20 кешегә яман шеш ауырыуҙарын ваҡытынан алда асыҡлау буйынса тикшереү үткәрелгән.

5 августан 9 августҡа тиклем стоматология модуле Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында эшләйәсәк.



Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: pixabay.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Алкоголдән ҡайҙа күберәк ағыуланғандар?

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты һөҙөмтәләре тиҙҙән асыҡ күренәсәк

Владимир Путин протест акциялары тураһында һөйләне

Һүрәттәге ир - Ринат Вәлиуллин ғаиләне янғындан ҡотҡарған

Стэнли кубогы Новосибирскиҙа ҡунаҡта  булды

Оҙаҡламай Ҡытайҙа донъя баскетболсылары йыйыласаҡ

Балаһы 1-се класҡа барған ата-әсәләр иғтибарына!

Өфө - Аэропорт юлы идеаль торошта булырға тейеш!

Радий Хәбиров: Бының менән шаярмағыҙ, был - һеҙҙең төп эш йүнәлештәренең береһе

Медведев еңде, Кузнецоваға хәл етеңкерәмәне

"Демография" милли проекты аша "Спорт - йәшәү нормаһы" проекты ғәмәлгә ашырыла

Владимир Путинды Европаға саҡырҙылар

19.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Владимир Путинды Европаға саҡырҙылар