RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өфөлә икенсе ПЭТ-сканер эшләй башланы: Ядро медицинаһы үҙәге 2,5 тапҡырҙан күберәк сирлеләрҙе ҡабул итә ала

02.08.2019 Өфөлә икенсе ПЭТ-сканер эшләй башланы: Ядро медицинаһы үҙәге 2,5 тапҡырҙан күберәк сирлеләрҙе ҡабул итә ала

Өфөлә ПЭТ-Технолоджи ядро медицинаһы үҙәгендә пациенттар һанын 2,5 тапҡырға арттырыу һәм онкология сирҙәрен асыҡлау мөмкинлеген биргән икенсе ПЭТ-сканер эшләй башланы. Хәҙер үҙәк йылына 12 000 ашыу пациентты ҡабул итә ала. Медицина учреждениеһының биш йыл эшләү осоронда табиптар 22 000 күберәк кешегә онкология ауырыуҙарын асыҡлауҙа һәм дауалауҙа ярҙам күрһәткән. Баш табип Эмма Мөхәмәтханова ПЭТ-үҙәкте ҡараған саҡта Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа ошо хаҡта һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, ПЭТ/КТ — онкология сирҙәрен диагностикалауҙа һөҙөмтәле һәм заманса алым. Ул бәләкәй генә шеште лә ауырыуҙың иртә стадияһында асыҡларға мөмкинлек бирә, был онкология сирҙәрен дауалауҙа бик мөһим.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сочиҙағы инвестиция форумында Башҡортостан Хөкүмәте һәм «МедИнвестГрупп» компаниялар төркөмө араһында килешеү төҙөлдө. Ул онкология ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау йәһәтенән республика мөмкинлектәрен киңәйтеү өсөн бер нисә проектҡа үҙенең инвестициялары тураһында белдерҙе. Икенсе ПЭТ-сканерҙы сафҡа индереү өсөн инвестициялар суммаһы – 200 миллион һум. «МедИнвестГрупп» компаниялар төркөмө яман шешкә ҡаршы көрәшкә бөтәһе 1 миллиард һум аҡса һала.

Радий Хәбиров Ядро медицинаһының мөмкинлектәре менән танышты, уға онкология сирҙәрен дауалауҙа ҡулланылған яңы технологиялар тураһында һөйләнеләр, заманса ҡорамалдарҙы күрһәттеләр.

Бөгөн Ядро медицинаһы үҙәгендә Рәсәй өсөн үҙенсәлекле булған радиофармпрепараттар етештереү, сифат контроле һәм илтеп биреү системаһы ла эшләй. Улар күкрәк биҙе, ирҙәрҙең енес биҙе шешен, меланоманы асыҡларға мөмкинлек бирә. Өфөләге етештереү үҙәге көн һайын 70 дозаға тиклем дарыу әҙерләй.

Үҙәктәге КиберБысаҡ – әлеге ваҡытта Рәсәй биләмәһендә иң замансаһының береһе. Был технология 25 йылдан ашыу ҡулланылһа ла, бөгөн донъяла бөтәһе 250 ошондай ҡулайлама бар. КиберБысаҡ онкология сирҙәрен дауалағанда хирургик операцияларға альтернатива итеп файҙаланыла. Хәҙерге көндә 1600 пациент дауаланған.

Радий Хәбиров Өфөлә ПЭТ-Технолоджи ядро медицинаһы үҙәгендә пациенттар һанын 2,5 тапҡырға арттырыу һәм онкология сирҙәрен асыҡлау мөмкинлеген биргән икенсе ПЭТ-сканер эшләй башланы. Хәҙер үҙәк йылына 12 000 ашыу пациентты ҡабул итә ала. Медицина учреждениеһының биш йыл эшләү осоронда табиптар 22 000 күберәк кешегә онкология ауырыуҙарын асыҡлауҙа һәм дауалауҙа ярҙам күрһәткән. Баш табип Эмма Мөхәмәтханова ПЭТ-үҙәкте ҡараған саҡта Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировҡа ошо хаҡта һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, ПЭТ/КТ — онкология сирҙәрен диагностикалауҙа һөҙөмтәле һәм заманса алым. Ул бәләкәй генә шеште лә ауырыуҙың иртә стадияһында асыҡларға мөмкинлек бирә, был онкология сирҙәрен дауалауҙа бик мөһим.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Сочиҙағы инвестиция форумында Башҡортостан Хөкүмәте һәм «МедИнвестГрупп» компаниялар төркөмө араһында килешеү төҙөлдө. Ул онкология ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау йәһәтенән республика мөмкинлектәрен киңәйтеү өсөн бер нисә проектҡа үҙенең инвестициялары тураһында белдерҙе. Икенсе ПЭТ-сканерҙы сафҡа индереү өсөн инвестициялар суммаһы – 200 миллион һум. «МедИнвестГрупп» компаниялар төркөмө яман шешкә ҡаршы көрәшкә бөтәһе 1 миллиард һум аҡса һала.

Радий Хәбиров Ядро медицинаһының мөмкинлектәре менән танышты, уға онкология сирҙәрен дауалауҙа ҡулланылған яңы технологиялар тураһында һөйләнеләр, заманса ҡорамалдарҙы күрһәттеләр.

Бөгөн Ядро медицинаһы үҙәгендә Рәсәй өсөн үҙенсәлекле булған радиофармпрепараттар етештереү, сифат контроле һәм илтеп биреү системаһы ла эшләй. Улар күкрәк биҙе, ирҙәрҙең енес биҙе шешен, меланоманы асыҡларға мөмкинлек бирә. Өфөләге етештереү үҙәге көн һайын 70 дозаға тиклем дарыу әҙерләй.

Үҙәктәге КиберБысаҡ – әлеге ваҡытта Рәсәй биләмәһендә иң замансаһының береһе. Был технология 25 йылдан ашыу ҡулланылһа ла, бөгөн донъяла бөтәһе 250 ошондай ҡулайлама бар. КиберБысаҡ онкология сирҙәрен дауалағанда хирургик операцияларға альтернатива итеп файҙаланыла. Хәҙерге көндә 1600 пациент дауаланған.

Радий Хәбиров үҙәкте ҡарап сыҡҡандан һуң журналистарға биргән интервьюһында яңы ПЭТ-сканерҙы сафҡа индереү онкология ауырыуҙарын дауалау өлкәһендә дәүләттең бизнес менән уңышлы хеҙмәттәшлеген күрһәтә тип билдәләне.

«Ошо иҫ киткес ҡорамал табиптарға сирҙе асыҡтан-асыҡ күрергә, дауалау алымын, уның һөҙөмтәләрен билдәләргә мөмкинлек бирә. Шуныһы мөһим: бында мотлаҡ медицина страховкалауы фонды квоталары аша дауалайҙар һәм үҙәккә дауаланыуға йүнәлтмә алған пациенттар өсөн фонд түләй. Барлыҡ эш 21-се быуат кимәлендә ойошторолған», — тине Башҡортостан етәксеһе.

Радий Хәбиров эш кәңәшмәһендә «МедИнвестГрупп» компаниялар төркөмө етәкселеге менән тикшергән берлектәге пландар хаҡында ла һөйләне.

«Республикабыҙ ҙур, донъя стандарттары буйынса 1 миллион кешегә ошондай ҡорамал кәрәк, ә беҙҙә әлегә бөтәһе 2 ПЭТ-сканер. Коллегаларыбыҙ менән Стәрлетамаҡта республиканың көньяғында йәшәүселәр өсөн шундай уҡ ҡорамал ҡуйырға тип килештек. Ауыр сиргә дусар булған пациенттарыбыҙға дауаланыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға тейешбеҙ», – тип билдәләне республика етәксеһе.

Уның һүҙҙәренсә, Ядро медицинаһы үҙәге һәм республика онкология диспансеры янында Өфөгә дауаланырға килгән пациенттарға социаль ятаҡ төҙөү өсөн ер участкаһы бүленә. үҙәкте ҡарап сыҡҡандан һуң журналистарға биргән интервьюһында яңы ПЭТ-сканерҙы сафҡа индереү онкология ауырыуҙарын дауалау өлкәһендә дәүләттең бизнес менән уңышлы хеҙмәттәшлеген күрһәтә тип билдәләне.

«Ошо иҫ киткес ҡорамал табиптарға сирҙе асыҡтан-асыҡ күрергә, дауалау алымын, уның һөҙөмтәләрен билдәләргә мөмкинлек бирә. Шуныһы мөһим: бында мотлаҡ медицина страховкалауы фонды квоталары аша дауалайҙар һәм үҙәккә дауаланыуға йүнәлтмә алған пациенттар өсөн фонд түләй. Барлыҡ эш 21-се быуат кимәлендә ойошторолған», — тине Башҡортостан етәксеһе.

Радий Хәбиров эш кәңәшмәһендә «МедИнвестГрупп» компаниялар төркөмө етәкселеге менән тикшергән берлектәге пландар хаҡында ла һөйләне.

«Республикабыҙ ҙур, донъя стандарттары буйынса 1 миллион кешегә ошондай ҡорамал кәрәк, ә беҙҙә әлегә бөтәһе 2 ПЭТ-сканер. Коллегаларыбыҙ менән Стәрлетамаҡта республиканың көньяғында йәшәүселәр өсөн шундай уҡ ҡорамал ҡуйырға тип килештек. Ауыр сиргә дусар булған пациенттарыбыҙға дауаланыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға тейешбеҙ», – тип билдәләне республика етәксеһе.

Уның һүҙҙәренсә, Ядро медицинаһы үҙәге һәм республика онкология диспансеры янында Өфөгә дауаланырға килгән пациенттарға социаль ятаҡ төҙөү өсөн ер участкаһы бүленә.



Автор: А. Ғиззәтуллин
Фото: Автор фотоһы
Источник: ИА "Башинформ"




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Тағы бер чиновник "осто"

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Тағы бер чиновник "осто"


Баланы мәктәпкә әҙерләүгә аҡса биреүҙәре ихтимал

Ауылдарҙы йылан баҫҡан

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ауылдарҙы йылан баҫҡан


Йөрәк тибеше...

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәк тибеше...


Доға ҡабул ителгән урындар һәм мәлдәр

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Доға ҡабул ителгән урындар һәм мәлдәр


Мәскәү онкологтарына күренеп ҡалығыҙ

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Мәскәү онкологтарына күренеп ҡалығыҙ


Альцгеймер ауырыуы нимәне аңлата?

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Альцгеймер ауырыуы нимәне аңлата?


Аферистар йәнә банк карталарына һөжүм итә!

Эремсекле запеканка

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Эремсекле запеканка


Жәлил Кейекбаевҡа һәйкәл ниндәй булыр?

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Жәлил Кейекбаевҡа һәйкәл ниндәй булыр?


Бик тәмле кетчуп

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бик тәмле кетчуп


ЭКО ярҙамында донъяға килгән ҡыҙ үҙе әсәй булған!