RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Республика һаулыҡ һаҡлау министрының элекке урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова мәрхүм булды

31.07.2019 Республика һаулыҡ һаҡлау министрының элекке урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова мәрхүм булды

Йәмәғәтселегебеҙ ауыр юғалтыу кисерҙе. Бөгөн республика һаулыҡ һаҡлау министрының элекке урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, йәмәғәт эшмәкәре Рәлиҙә Шакирова 62-се йәшендә ҡаты сирҙән донъя ҡуйҙы.

Иртәгә, 1 августа, сәғәт 10-да Республика клиник дауаханаһының «Медик» мәҙәниәт һарайында мәрхүм менән бәхилләшеү уҙасаҡ. Адресы: Өфө, Достоевский урамы, 132.

Рәлиҙә Муса ҡыҙы Шакирова (Ғәйфуллина) 1957 йылдың 5 ноябрендә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылында тыуған. 1980 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын педиатр табибы һөнәре буйынса тамамлаған.

1980-1981 йылдарҙа — Өфө ҡалаһы 13-сө дауаханаһының балалар бүлексәһендә педиатрия буйынса табип-интерн.

1981-1986 йылдарҙа — Өфөнөң 36-сы поликлиникаһында балалар табибы. 1986-2007 йылдарҙа — 2-се Республика клиник дауаханаһының Психоневрология һәм эпилептология балалар үҙәге табибы. 2008-2015 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары.

2006 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Шулай уҡ «Юғары категориялы табип-педиатр», «Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы», «Рәсәй Федерацияһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы» тигән исемдәргә эйә. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың, Башҡортостан Хөкүмәтенең маҡтау грамоталары, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының «Ҡотҡарыу өсөн берҙәмлек» миҙалы, Украина Чернобыль союзының «Кешелеклелек һәм миһырбанлыҡ» ордены, Республика перинаталь үҙәгенең «Хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

80-дән ашыу ғилми мәҡәлә, 26 фәнни йыйынтыҡ авторы һәм авторҙашы. Уның етәкселегендә табиптар һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусылар өсөн 24 уҡыу ҡулланмаһы әҙерләнгән. Башҡорт һәм рус телдәрендә ата-әсәләр өсөн «Сәләмәт бала» ҡулланмаһы авторҙашы. Ул республиканың бала табыу бүлексәләрендә яңы тыуған сабыйға бүләк йыйылмаһы менән бергә тапшырыла.

"Йәшлек"тәр "Башинформ" агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары Алик Фәйез улы Шакировтың ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: "Башинформ"




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Доға ҡабул ителгән урындар һәм мәлдәр

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Доға ҡабул ителгән урындар һәм мәлдәр


Мәскәү онкологтарына күренеп ҡалығыҙ

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Мәскәү онкологтарына күренеп ҡалығыҙ


Альцгеймер ауырыуы нимәне аңлата?

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Альцгеймер ауырыуы нимәне аңлата?


Аферистар йәнә банк карталарына һөжүм итә!

Эремсекле запеканка

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Эремсекле запеканка


Жәлил Кейекбаевҡа һәйкәл ниндәй булыр?

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Жәлил Кейекбаевҡа һәйкәл ниндәй булыр?


Бик тәмле кетчуп

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бик тәмле кетчуп


ЭКО ярҙамында донъя килгән ҡыҙ үҙе әсәй булған!

“Танцы” проектында Өфөнән бер пар ҡатнашасаҡ

Баҡалы районының Ҡамай ауылында ҡотороу карантины иғлан ителде

"Титаник"тан нимә ҡалған?

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Титаник"тан нимә ҡалған?


Өфөлә Рәсәй флагы көнөнә арналған саралар уҙа