RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Яҙмыштарҙа – ил тарихы» тапшырыуында – Ыҡ буйы башҡорттары

30.07.2019 «Яҙмыштарҙа – ил тарихы» тапшырыуында – Ыҡ буйы башҡорттары

Ыҡ йылғаһы, белеүегеҙсә, Бәләбәй һәм Бишбүләк райондары сигендә башланып, Бәләбәй ҡалаһы эргәһенән, Октябрьский ҡалаһы аша, Бишбүләк, Йәрмәкәй, Туймазы, Шаран райондары, Татарстан Республикаһы сиге, Ырымбур өлкәһе аша аға. Ошо йылға һыуын һыулаған аҫаба вариҫтары араһында йорт-ере, ҡан ҡәрҙәштәре, ил азатлығы, туған теле, дине өсөн йәнен фиҙа ҡылырҙай милләттәштәребеҙ күп. Исемдәренең асылғаны бар, асылмағандары, киң йәмәғәтселектә бик үк ишетелмәгәндәре лә етерлек.

Ыҡ буйы башҡорттарынан күренекле ғалим, дин әһеле Ризаитдин Фәхрет­диновтан башлап, Бөйөк Ватан һуғы­шында ҡатнашып, герой исеменә лайыҡ булған шәхестәребеҙгә тиклем "Яҙмыш­тарҙа – ил тарихы" тапшырыуында яҡтыртыла. Ризаитдин Фәхретдиновтың улдары Ғабдрахман менән Ғәбделәхәт тә тарихтан билдәле. Тапшырыуҙарҙың яҙыла торғандары: Йәрмәкәй районынан Зәки Вәлидиҙең көрәштәштәренең береһе, милли азатлыҡ хәрәкәтенең танылған эшмәкәре, ғалим Сәләхетдин Атнағолов, Советтар Союзы геройҙары – штурман-осоусы Ғәлиәх­мәт Мәжитов, Һыуыҡҡул ауылы башҡорто Мөғин Нуғаев. Шулай уҡ Йәрмәкәйҙә тыуып үҫеп, ғүмере буйы Үзбәкстан яҡтарында йәшәгән, күренекле яҙыусы булараҡ танылған Йәүҙәт Ильясовты яҡташтары белеп тә етмәйҙер. Уны төпләнгән яғында абруйлы шәхес, бик күп роман авторы булараҡ ҙурлайҙар.

1938 йылда Хәсән күле янында япондар менән һуғышта ҡаһарманлыҡ күр­һәткән яугир, рота командиры, лейтенант Ғәни Ғәлимов тураһында республика кимәлендә киң билдәле түгел. Туймазынан Советтар Союзы Геройы Шә­кирйән Ғәтиәтуллиндың, Мишкә райо­нының Оло Шаҙы ауылынан генерал Ғәлийән Ғәлиевтың батырлыҡтары баһалап бөткөһөҙ. Улар тураһында урындағы мәктәп музей­ҙарында хәтирәләр йыйыла, батырлыҡ дәрестәре үткәрелә.

Минзәлә башҡорттарынан дворян нәҫелдәре Солтановтар эшмәкәрлеге тураһында ла тарихсыларыбыҙ, ғалим­дарыбыҙ өйрәнә. Йәнә башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, инженер-энергетик Тәкиулла Алиев хаҡында ошо көндәрҙә ҡыҙынан яҙып алған хәтирәләр ҙә ҡыҙыҡлы булыр.




Автор: В. Ситдиҡова
Фото: Т. АМАНОВ






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне