RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ағиҙел ҡалаһына килде

19.07.2019 Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ағиҙел ҡалаһына килде

Республика етәксеһе тәүҙә «Башҡортостан электр селтәрҙәре» акционер йәмғиәте биләмәһенә юлланды.

Предприятие 2018 йылдың апрелендә Башҡортостан хөкүмәте ҡарары менән булдырылған. Төҙөлөп бөтмәгән Башҡорт АЭС-ы урынында эше индустрия паркы төҙөү күҙаллана. «Башҡортостан электр селтәрҙәре» акционер йәмғиәте генераль директоры Павел Багаев әйтеүенсә, бында 123 гектарҙа урынлашҡан 112 мең квадрат метр производство майҙандары бар. 30-40 йыл эсендә бар коммуналь селтәрҙәр иҫкергән һәм уларҙың күбеһе яңыртыуҙы талап итә. Был майҙандар менән инвесторҙар ҡыҙыҡһынһын өсөн тимер юлы тармағын да тергеҙеү кәрәк. Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Раил Сарбаев Радий Хәбировҡа реконструкция өсөн дөйөм алғанда 318 миллион һум аҡса талап ителә тип белдерҙе. Бының 75 процентын республика федераль үҙәктән һорай. Әлеге ваҡытта Рәсәй хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевтың ҡарары бар, РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы менән һөйләшеүҙәр үткәрелә.

Был майҙансыҡта шулай уҡ мембраналы рулонлы материалдар етештереү буйынса инвестиция проектын ойоштороу планға ингән. Улар ҡыйыҡ конструкцияларында ҡулланылған айырым типлы арматуралы ҡыйыҡ һәм гидроизоляция япмалары булып тора. Был продукттар яҡшы физик-механик үҙсәнлеккә эйә, уларға төҙөлөш баҙарында тотороҡло һорау бар. Производство ҡоролмалары Чехияла эшләнә һәм уларҙы һатып алыу өсөн 400 миллион һум самаһы аҡса кәрәк.

Силикат кирбесе етештергән «Джут-СТ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте заводы төҙөлөп бөтмәгән АЭС биләмәһендә эшләгән производстволарҙың берәүһе булған. Уның директоры Руслан Мәннәнов Радий Хәбиров менән әңгәмә барышында, предприятие продукцияһы элек Өфөлә йорттар төҙөгәндә ҡулланыла ине, тик төрлө сәбәптәр, һатыу баҙары юҡлығы һәм ҡаты конкурентлыҡ арҡаһында завод үҙ эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр булды тип белдерҙе.

Радий Фәрит улы директорҙы киләһе дүшәмбегә «Төҙөлөш сәғәте»нә саҡырҙы. Унда Ағиҙелдә кирбес етештереүҙе тергеҙеү буйынса ярҙам саралары тураһында һөйләшеү буласаҡ.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Башҡорттар, Яр Саллыла осрашайыҡ!

20.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Башҡорттар, Яр Саллыла осрашайыҡ!


"Айыҡ ауыл" конкурсында тотош район менән ҡатнашалар!

Өс секундҡа сирена ҡысҡырасаҡ

20.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өс секундҡа сирена ҡысҡырасаҡ


Алкоголдән ҡайҙа күберәк ағыуланғандар?

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты һөҙөмтәләре тиҙҙән асыҡ күренәсәк

Владимир Путин протест акциялары тураһында һөйләне

Һүрәттәге ир - Ринат Вәлиуллин ғаиләне янғындан ҡотҡарған

Стэнли кубогы Новосибирскиҙа ҡунаҡта  булды

Оҙаҡламай Ҡытайҙа донъя баскетболсылары йыйыласаҡ

Балаһы 1-се класҡа барған ата-әсәләр иғтибарына!

Өфө - Аэропорт юлы идеаль торошта булырға тейеш!

Радий Хәбиров: Бының менән шаярмағыҙ, был - һеҙҙең төп эш йүнәлештәренең береһе