RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Урал Килсенбаев БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары ителде

16.07.2019 Урал Килсенбаев БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары ителде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары итеп Урал Килсенбаев тәғәйенләнде. Бының туралағы ҡарарға БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Белешмә.
Урал Таһир улы Килсенбаев 1982 йылдың 1 июлендә Күгәрсен районының 2-се Юлдыбай ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

2004 йылдан БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында әйҙәүсе белгес булараҡ эш башлаған.
2007–2009 йылдарҙа – БР Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетының бүлек начальнигы.
2009–2011 йылдарҙа – Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының бүлек начальнигы.
2011–2012 йылдарҙа – БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының бүлек начальнигы.
2012–2015 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы ҡала округының Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе.
2015–2018 йылдарҙа – Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәте башлығы.
2018–2019 йылдарҙа – Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Гранат ашаһаң...

20.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Гранат ашаһаң...


“Ете ҡыҙ” фонтанында иҫерек ҡыҙ һыу ингән

Ҡара һағыҙ! Кемегеҙ был тәмлекәсте иҫләй һәм эшләй?

Ҡупырайғандар араһында ла бысраҡтары табыла...

Тағы бер сауҙа үҙәгендә парковка түләүлегә әйләнде

Бур ҡорбаны булмаҫ өсөн 6 ысул

20.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бур ҡорбаны булмаҫ өсөн 6 ысул


Шүлгәнташты яҡлап ҡала алдыҡ!

20.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Шүлгәнташты яҡлап ҡала алдыҡ!


Үлем язаһынан ҡотолоп ҡалған ир ҡыҙ баланы көсләгән

Валерий Ничушкин  "Даллас"ты “Колорадо”ға алмаштырҙы

Хеҙмәт министрлығы тәмәкеселәрҙең эш хаҡын ҡыҫҡартмаясаҡ

Балаға көнөнә бер алма - норма, юҡһа...

20.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Балаға көнөнә бер алма - норма, юҡһа...


Вахтасылар тағы аварияға осраны

20.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Вахтасылар тағы аварияға осраны