RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » "Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылы халҡы ошо көндәрҙә шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе"

15.07.2019 "Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылы халҡы ошо көндәрҙә шатлыҡлы ваҡиға кисерҙе"

тип хәбәр итте беҙгә Сәлимә Байгилдина-Ғафарова.

- Бында өр-яңы, заманса модулле фельдшер-акушер пункты үҙ ишектәрен асты. Ауылда йәшәүселәр медпунктты булыуҙы оҙаҡ көттө. ФАП төҙөлөүгә иң ныҡ ҡыуанған кешеләрҙең береһе —20 йылдан ашыу сәләмәтлек һағында тороусы фельдшер Миләүшә Фәтих ҡыҙы Йылҡыбаева. Уның ҡарамағында 400-ләп кеше, шуларҙың 89-ы 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр булһа, ололар — 311 кеше, 32 инвалид бар.

Фельдшер-акушер пунктының хаҡы 2 млн 900 мең һум тирәһе тәшкил итә. Биләмәне төҙөкләндереү, тышкы яҡтан канализация, һыу индереү, ҡойма һәм тротуар түшәү кеүек эштәр урындағы бюджет иҫәбенә башҡарылды, бының өсөн 250 мең һум тирәһе аҡса йүнәлтелгән.

Әйткәндәй, Аҡъюл ауыл биләмәһенә дүрт ауыл инә. Бөгөн уларҙың барыһында ла ФАП эшләй. Күптән түгел икәүһенең биналарына капиталь ремонт үткәрелде. Аҡнаҙар ауылындағыһы урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһына эшләнһә, Урыҫбайҙа "Берҙәм Рәсәй" партияһының “Реаль эштәр” программаһы буйынса башҡарылды.

Районда беренсе булып төҙөлгән модулле ФАП ауыл байрамында тантаналы асылды.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Ауылдарҙы йылан баҫҡан

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ауылдарҙы йылан баҫҡан


Йөрәк тибеше...

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәк тибеше...


Доға ҡабул ителгән урындар һәм мәлдәр

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Доға ҡабул ителгән урындар һәм мәлдәр


Мәскәү онкологтарына күренеп ҡалығыҙ

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Мәскәү онкологтарына күренеп ҡалығыҙ


Альцгеймер ауырыуы нимәне аңлата?

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Альцгеймер ауырыуы нимәне аңлата?


Аферистар йәнә банк карталарына һөжүм итә!

Эремсекле запеканка

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Эремсекле запеканка


Жәлил Кейекбаевҡа һәйкәл ниндәй булыр?

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Жәлил Кейекбаевҡа һәйкәл ниндәй булыр?


Бик тәмле кетчуп

22.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бик тәмле кетчуп


ЭКО ярҙамында донъя килгән ҡыҙ үҙе әсәй булған!

“Танцы” проектында Өфөнән бер пар ҡатнашасаҡ

Баҡалы районының Ҡамай ауылында ҡотороу карантины иғлан ителде