RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Радий Хәбиров автобус менән фажиғә тураһында: водитель юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен 18 тапҡыр боҙғанға яуаплылыҡҡа тарттырылған

15.07.2019 Радий Хәбиров автобус менән фажиғә тураһында: водитель юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен 18 тапҡыр боҙғанға яуаплылыҡҡа тарттырылған

Башҡортостанда үткән аҙна юл фажиғәләре буйынса ҡатмарлы үтте – ике эре авария булды: Стәрлетамаҡ районында дүрт юл эшсеһенең ғүмере өҙөлдө, Архангель районында автобус түңкәрелеү арҡаһында алты кеше үлде. 15 июлдә БР Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров, автобус водителенең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, атап әйткәндә тиҙлекте арттырғанға 18 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылғаны тураһында белдерҙе.

«Нимәгә иғтибар итергә теләйем – беҙ беренсел мәғлүмәт алдыҡ. Автобус сит илдә сығарылған һәм ул «Мерседес» түгел. Авария мәлендә бар ултырғыстар урынынан ҡупҡан, пассажирҙар хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктермәгәне асыҡланған. Сәстәр үрә торорлоҡ факт: водитель юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, атап әйткәндә тиҙлекте арттырғанға 18 тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттырылған булған. Бына шундай кешеләр пассажирҙар ташый һәм бының нимә менән тамамланғаны күренде. Водитель Яр Саллы ҡалаһынан, минең фекеремсә, Татарстандағы коллегалар был хәлгә асыҡлыҡ индерер, — тине Башҡортостан етәксеһе. — Юл идеаль хәлдә, тигеҙ, разметкаһы ла шәп, буш урында фажиғә ҡупҡан... Ярай көслө ямғыр яуған, тик кешегә шуның өсөн дә мейе бирелгән, ул бындай һауа торошонда ҡыумаҫҡа, тиҙлекте кәметергә тейеш».

Радий Фәрит улы һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелиндан нимәләр эшләнгәне тураһында һораны:

«Иртәнге сәғәт 10-ға ҡарата алты һәләк булыусының кәүҙәләре баш ҡаланың Сәскәле урамында урынлашҡан Өфө судмедэкспертиза бюроһына килтерелгән. Унда тикшереү үткәргәс, кәүҙәләр туғандарына биреләсәк.

Йәрәхәтләнеүселәргә килгәндә, ваҡиға урынына 14 “ашығыс ярҙам” бригадаһы килгән, уларҙың өсәүһе санавиация һәм өҫтәмә рәүештә Республика клиник психиатрия дауаханаһынан бригада саҡыртылды. Зыян күреүселәр тәүҙә Архангель үҙәк район дауаханаһына оҙатылды. Унда уларға медицина ярҙамы күрһәтелгәс, Өфөнөң ашығыс ярҙам дауаханаһына 21-се ҡала дауаханаһына, Республика балалар клиник дауаханаһына ебәрелде. Еңелсә йәрәхәтләнгән пациенттарға урында ярҙам күрһәтелгән, улар ваҡытлыса тораҡ пунктына урынлаштырылған. Ауыр хәлдәге бер кешегә иртәнсәк операция яһалды», — тип хәбәр итте һаулыҡ һаҡлау министры.

Иртәнсәк шулай уҡ табиптар менән консилицм үткәрелгән, һәр пациент ҡаралған.
«Беҙ Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына бар мәғлүмәтте оҙаттыҡ. Татарстан коллегалары бәйләнештә тора. Пациенттарҙың бер өлөшөн – 8 кешене, улар араһында бер бала бар — Яр Саллынан килеп еткән туғандары алып ҡайтты», — тип өҫтәне ведомство етәксеһе.

Радий Хәбиров үҙ сиратында, Максим Забелинға медицина яғынан бар һорауҙарға ла иғтибар бүлергә ҡушты.

Стәрлетамаҡтағы фажиғәгә килгәндә, төбәк башлығы һәләк булыусыларҙың яҡындарына кәрәкле ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе.

«Беҙ бар кәрәк-яраҡ менән ярҙам итербеҙ. Нимә талап ителә, шуны бирербеҙ, — тип аңлатты Радий Хәбиров. — Был осраҡ та ҡот осҡос. Беҙ күп итеп юл һалабыҙ, был егеттәр разметка төшөргәндә уларҙы бетон ташыусы машина бәрҙергән. Әле фажиғәгә сәбәпсе машинаның фирмаһын тикшерәбеҙ. Был осраҡта ла водителдең руль артында йоҡлап китеүе мөмкин – уныһы, үҙ сиратта, хеҙмәт дисциплинаһы үтәлмәүен күрһәтә. Тимәк тағы ла кеше факторы асыҡланды. Бар һәләк булыусыларҙың туғандары ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ».



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Евгений Кузнецов кокаин ҡулланған...

23.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Евгений Кузнецов кокаин ҡулланған...


"Хоспис негатив менән төҙөлөргә тейеш түгел"

Еңел быу менән!

23.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Еңел быу менән!


Тағы бер доцент ришүәт менән тотолдо

23.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Тағы бер доцент ришүәт менән тотолдо


Прививка арҡаһында һуғыша яҙғандар

23.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Прививка арҡаһында һуғыша яҙғандар


Иң сифатлы  һәм осһоҙ туңдырма « Һөт иле» фестивалендә тәҡдим ителәсәк

Радикулит йонсотһа…

23.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Радикулит йонсотһа…


Бер миллион һумды  «бүләк итсе» әле…

23.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бер миллион һумды «бүләк итсе» әле…


Банка стерилләүҙең бер ысулы

23.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Банка стерилләүҙең бер ысулы


Әбейҙәрҙе генә көсләргә ҡалғайны

23.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Әбейҙәрҙе генә көсләргә ҡалғайны


Ойошмала 49 хоҡуҡһыҙ һаҡсы эшләгән

23.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ойошмала 49 хоҡуҡһыҙ һаҡсы эшләгән


Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иҫкәртә

23.08.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иҫкәртә