RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Сөйөштәр осрашты, күреште

03.07.2019 Сөйөштәр осрашты, күреште

Гөлнур ИСЛАМҒОЛОВА хәбәр итте:
- 29 июндә Асҡын районының Сөйөш ауылында туғандарҙы, синыфташтарҙы, дуҫтарҙы йыйған байрам үтте. Осрашыуға төрлө яҡтан ауылыбыҙҙың матур тәбиғәт ҡосағында шишмәһенең һыуын эсеп үҫкән кешеләр, бөгөн йәшәгән ерҙәрендә абруй ҡаҙанғандар йыйылды. Улар араһында хәрбиҙәр, уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре күп.

Ауыл ҡасандыр тулы тормош менән йәшәһә, бөгөн бөтә барғандар иҫәбендә. Бында элекке "Төй" совхозының алдынғы комбайнсыһы, "Почет билдәһе" ордены алған һауынсы, БР урман хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре кеүек уңған кешеләр йәшәгән.

Байрам яланында фотоларҙан бай йөкмәткеле коллаж төҙөлгән ине. Һүрәттәрҙән бигерәк тә боронғолары ҡәҙерле. Өфөлә йәшәп, ғүмере буйы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан мәғариф отличнигы Зилиә апай Зарипова менән һөйләшеп китәбеҙ. "Тыуған яҡ һағындыра, - ти ул. - Бөтәһенә лә рәхмәт. Алдан уҡ хәбәр иттеләр. Халыҡ күп. Арыуыҡтан күрмәгән ауылдаштарымды күрҙем, һөйләшеп һүҙ бөтмәй. Уйындарҙа ҡатнашып, көрәш ҡарап ял итеп йөрөйбеҙ. Концерт бик матур."

Сәхнәлә ситтән ҡайтҡан ейәндәр ҙә сығыш яһаны. Ҡалала йәшәһәләр ҙә, улар туған телдәрен онотмаған, күбеһе шәжәрәһен белә.

Әле ауылды тергеҙеү теләге менән яныусылар бар. Бында йәшәр өсөн уңайлы: йомшаҡ һыулы, тау-урманлы, йылғалы, баҫыулы хозур тәбиғәт бар. Юлға түшәй торған таш табалар, уны башҡа райондарға туҡтауһыҙ ташыйҙар. Район үҙәгенән Ҡашҡа, Сөйөш ауылдарына ла юл төҙөргә вәғҙә иткәндәр. Бында экотуризм йүнәлешендәге эш башларға булыр ине.

Байрамға әҙерләнгәндә күп мәсьәләләр күтәрелде, ауыл тарихы өйрәнелде. Йыйында Төй йылғаһы буйы гөрләп торҙо. Ауылдаштар киләһе йыл тағы ла осрашырға һүҙ ҡуйышып таралышты. Ҡайтырға ҡуҙғалғанда ауыл көтөүе ҡайтыр яҡҡа ыңғайлағайны. Малдарҙың күплеге һәм көрлөгө ауылдың киләсәгенә өмөт уятты.

Халыҡ байрамды ойоштороусыларға: Мәхмүт Гәлләмовҡа, "Аҡ инәйҙәр" ҡоро ағзаһы Минзәлиә Ғәлиәхмәтоваға, Нажия Сәмиғуллинаға, фермер Рәфил Сәмиғуллиндарға рәхмәт белдерә.




Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне