RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Тәүге "Жигули" машиналарында ошо төрткө-кнопка нимә өсөн булған?

02.07.2019 Тәүге "Жигули" машиналарында ошо төрткө-кнопка нимә өсөн булған?

Билдәле булыуынса, 1970 йылдан башлап Советтар Союзы юлдарына "Жигули" автомобилдәре сыҡты.

ВАЗ машиналары илдә ысын мәғәнәһендә революция яһаны. Күпләп техник хеҙмәтләндереү станциялары төҙөлдө, яңы төр яғыулыҡ, майҙар, пластмассалар барлыҡҡа килде, юлдар һалыу ҡағиҙәләре үҙгәрҙе. Өйҙән сыҡтың, ишекте астың, моторҙы ҡабыҙҙың, кәрәкле урынға ултырып киттең - ошо идея, ниһайәт Совет илендә лә тормошҡа ашты. Аҙаҡ ҡына ВАЗ продукцияһының сифаты түбәнгә тәгәрәне.

Ә бына 70-се йылдарҙа сыҡҡан тәүге машиналарға кешеләр сит ил планетаһынан килгән техника тип ҡараған. Салонда бер нимә лә шығырламай, двигатель 20-30 градус һыуыҡта ла тоҡана, хәрәкәт итеүе лә "Москвич", "Запорожец"тан ҡырҡа айырыла. Был фонда ҡайһы бер техник әйберҙәр сәйер тойолһа ла, шулай булырға тейеш, сит ил кешеләре насар әйбер эшләмәҫ тигән фекер барыһын да еңгән.

Бына, мәҫәлән, һүрәттә күрһәтелгән серле төрткө-кнопка. Баҡтиһәң, уға баҫҡанда алғы тәҙрәгә һыу сәптерә. Руль аҫтындағы рычагты тартырға, йәки "Москвич"тәге кеүек панелдәге һалмауырҙы борорға кәрәкмәй. Йомшаҡ резина кнопкаға нисәне баҫтың - шунсама һыу жиклерҙарға китә, тәҙрәне йыуа. Капот аҫтында пластмасса бачок юҡ, грелка кеүек резина һауытҡа һыу ҡойорға кәрәк булған.

Бындай система бик ышаныслы эшләгән. Баҫтың - һыу китте, сәптерҙе, бармаҡты алдың - диафрагма жиклерға илткән көпшәләрҙән һыуҙы кире һурып ала. Тимәк ҡышҡыһын һыу боҙға әйләнмәй, "омывател"де сафтан сығармай.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Республикала 700 мең тоннанан ашыу сенаж һалынған

Йәйгеһен "КамАЗ" кеүек йөк машиналарын алыҫтан урап йөрөгөҙ!

Владимир Путинға тәҡдим яһайҙар

17.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Владимир Путинға тәҡдим яһайҙар


Уйнап алайыҡ әле - "Почта"

17.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Уйнап алайыҡ әле - "Почта"


Әбйәлил бейеүселәре Сочиға юллана

17.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Әбйәлил бейеүселәре Сочиға юллана


Изгелектән оло ни бар?

16.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Изгелектән оло ни бар?


Ағыуланып үлгәндәр

16.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ағыуланып үлгәндәр


Миллионлап аҡса оталар

16.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Миллионлап аҡса оталар


Радий Хәбиров Нефтекама тураһында: Подъездарҙың бындай ремонты тулы баш-баштаҡлыҡ булып тора

Азат Бәҙрәнов БР Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы булып эшләйәсәк

Урал Килсенбаев БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары ителде

Әмзә урман комбинаты эшселәренә эш хаҡы буйынса бурыс август айы аҙағына тиклем түләнәсәк