RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Стәрлетамаҡта башҡорт музыкаһы фестивале

29.06.2019 Стәрлетамаҡта башҡорт музыкаһы фестивале

“Юлдаш” радиоһы һәр саҡ тыңлаусылар менән араны яҡынайтырға тырыша. Эфир тулҡындары нисек кенә уңайлы булмаһын, күҙгә-күҙ ҡарашып, ҡаршы тороп аралашыуға бер ни ҙә етмәй. Былтыр радио хеҙмәткәрҙәре Стәрлетамаҡ халҡына сағыу тамаша бүләк итеп, улар менән осрашыуҙың тәүге тәжрибәһен уҙғарҙы. Сараға 5 меңгә яҡын тамашасы йыйылды. Быйыл да Стәрлетамаҡ ҡалаһында “Юлдаш”тың концерты үтәсәк.

29 июндә Гагарин исемендәге паркта “Галактика” күңел асыу үҙәге менән берлектә башҡорт музыкаһы фестивале ойошторола. Сараны халыҡсан радио­ның иртәнге эфир хужалары Йәмил Ишмөхәмәтов, Филүс Ҡасимов һәм Ғәзиз Әбдел­мәнов алып бара. Быйылғы тамашаның да эстәлеге сағыу буласаҡ, сәхнәгә Башҡор­тостандың халыҡ артисы Светлана Хәкимова, республиканың атҡаҙанған артистары Фирүзә Париж, Гөлсөм Бикбулатова, популяр башҡарыусылар Рәфис Сирусин, Илнур Рамазанов, Динар Халиҡов, Дамир Тайыпов, Ғайсар Миңдеғолов, Ләйсән Ғәлимова, Искәндәр Сөләймәнов һәм башҡалар сығасаҡ. Концертты Стәрле­тамаҡтан ситтә йәшәүселәр интернет аша он­лайн-тран­с­ляциянан ҡарай ала, ә Гагарин исемендәге паркка килеү­селәрҙең, мауыҡ­тырғыс уйын­дарҙа ҡатнашып, “Юлдаш” радиоһының махсус бүләктәрен отоу мөмкинлеге бар.

“Юлдаш” радиоһының башҡа ҡала һәм райондарҙағы тоғро тыңлаусылары әле үк йыр-моң байрамына килергә теләктәрен белдерә. Йәмле йәйге кистә сағыу тамашаға ҡушылырға һәр кемде ихлас саҡырабыҙ.



Автор: Ғ. Әбделмәнов
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Иң ҙур медузаны күргегеҙ киләме?

17.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Иң ҙур медузаны күргегеҙ киләме?


Асҡар Абдразаҡов Салауат Юлаев ордены кавалеры булды

Республикала 700 мең тоннанан ашыу сенаж һалынған

Йәйгеһен "КамАЗ" кеүек йөк машиналарын алыҫтан урап йөрөгөҙ!

Владимир Путинға тәҡдим яһайҙар

17.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Владимир Путинға тәҡдим яһайҙар


Уйнап алайыҡ әле - "Почта"

17.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Уйнап алайыҡ әле - "Почта"


Әбйәлил бейеүселәре Сочиға юллана

17.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Әбйәлил бейеүселәре Сочиға юллана


Изгелектән оло ни бар?

16.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Изгелектән оло ни бар?


Ағыуланып үлгәндәр

16.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ағыуланып үлгәндәр


Миллионлап аҡса оталар

16.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Миллионлап аҡса оталар


Радий Хәбиров Нефтекама тураһында: Подъездарҙың бындай ремонты тулы баш-баштаҡлыҡ булып тора

Азат Бәҙрәнов БР Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы булып эшләйәсәк