RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Әйҙә киттек Торатауға, "Торатау йыйыны"на!

25.06.2019 Әйҙә киттек Торатауға, "Торатау йыйыны"на!

Был шәмбелә халҡыбыҙҙың изге тауында "Торатау йыйыны" республика байрамы үтәсәк. Башлана төшкө сәғәт 4-тә.

Сара программаһы бик бай. Унда легендар сармат батшабикәһе Зарина тураһында "Сарматтар мираҫсылары" театр тамашаһы, ҡул эштәре күргәҙмәһе һәм сауҙаһы, балалар уйындары, спорт саралары, "Ылаҡ", "Мәргән уҡсы"тамашаларын күрһәтеү ҡаралған.

Киске сәғәт 7-лә иһә "Toratau-party" концерты башланасаҡ. "Арғымаҡ", "Бүреләр", "Ҡурайсы", "Карауан-һарай", "Далан", "Бәхетле", «Дан» төркөмдәре, реп йырсылары RNT, МС Баш, Халыҡ уйын ҡоралдарының милли оркестры һәм башҡалар сығыш яһарға йыйына. Байрамда тергеҙелгән "Дәрүишхан" рок төркөмө элекке хиттарын һәм яңы йырҙарын тамашасыға бүләк итергә йыйына. Аҙаҡтан DJ Khan менән DJ Fatikh дискотека үткәрәсәк.

Байрамға килегеҙ. Палатка ҡорорға урын бүленәсәк.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йәш ҡыҙҙарға ла юҡ ышаныс

23.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәш ҡыҙҙарға ла юҡ ышаныс


Юл фажиғәләре - 22 июль

23.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юл фажиғәләре - 22 июль


Аҡсалар тү-тү...

23.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсалар тү-тү...


Хабаровск крайында балалар лагерында янғын сыҡҡан: өс бала үлгән

Сит илгә барһағыҙ, күстәнәскә емеште артыҡ алмағыҙ

Һаҡ булығыҙ: һары үрмәкселәр

23.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Һаҡ булығыҙ: һары үрмәкселәр


Уҙған төндә Ҡағы ауылында оло янғын ҡупҡан

Республикала «Мобиль һайлаусы»ға старт бирелде

Тракторҙы кем отор?

23.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Тракторҙы кем отор?


Табипҡа мобиль ҡушымта аша яҙыл

23.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Табипҡа мобиль ҡушымта аша яҙыл


Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға 112,5 миллион һум бүленәсәк

Владимир Путин "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" ойошмаһы советына ағзалар тәғәйенләне