RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » "Айтишник"тар етмәй

25.06.2019 "Айтишник"тар етмәй

Тиҙҙән Рәсәйҙә эшсе һөнәрҙәрҙең милли шорт-исемлеге төҙөләсәк. Унда ниндәй һөнәрҙәр буйынса белгестәр етмәй, шулар индереләсәк.

Бындай исемлек йәш белгестәр араһында эшһеҙлек проблемаһын кәметер ине, тип уйлайҙар. Һәм, әлбиттә, эшсе һөнәренең абруйын күтәреү өсөн дә кәрәк.

Һуңғы йылда эшселәргә вакансиялар артты. Тик йәштәр генә улар менән ҡыҙыҡһынмай. Сөнки күбеһе вузда уҡый, имеш. Нимә, әллә вуздарҙа гел чиновник булырға уҡыталармы?

Тик юғары уҡыу йортонан һуң, тәжрибәһе булмау сәбәпле, йәш белгес һөнәре буйынса эш таба алмай интегә. Ә предприятиеларға эшселәр етмәй.

Уҡыу йорттары менән предприятиелар тығыҙ бәйләнһә, бындай проблема булмаҫ ине.

Әйткәндәй, тиҙҙән хеҙмәт баҙарында квалификациялы IT-белгестәр етмәй башлаясаҡ. IT-юристар, робоэтика консультанттары, цифр продюсерҙары, интернет әйберҙәре архитекторҙары ла күпләп кәрәгәсәк.

Белегеҙ: юғары технологиялар көндән-көн үҫә, күбәйә, шуға ла ошо өлкәлә белгестәр талап ителәсәк. Әле иһә беҙҙә заман технологияларына уҡытыусылар ҙа әҙ.
IT-факультеттарҙы тамамлаусыларҙың 15 проценты ғына бөгөндән эш башларға әҙер, ҡалғандарына тағы бер аҙ өйрәнергә кәрәк икән.

Ҡыҫҡаһы: "айтишник" булһаң, эшһеҙ ултырмаясаҡһың.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Йәш ҡыҙҙарға ла юҡ ышаныс

23.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәш ҡыҙҙарға ла юҡ ышаныс


Юл фажиғәләре - 22 июль

23.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юл фажиғәләре - 22 июль


Аҡсалар тү-тү...

23.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсалар тү-тү...


Хабаровск крайында балалар лагерында янғын сыҡҡан: өс бала үлгән

Сит илгә барһағыҙ, күстәнәскә емеште артыҡ алмағыҙ

Һаҡ булығыҙ: һары үрмәкселәр

23.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Һаҡ булығыҙ: һары үрмәкселәр


Уҙған төндә Ҡағы ауылында оло янғын ҡупҡан

Республикала «Мобиль һайлаусы»ға старт бирелде

Тракторҙы кем отор?

23.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Тракторҙы кем отор?


Табипҡа мобиль ҡушымта аша яҙыл

23.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Табипҡа мобиль ҡушымта аша яҙыл


Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға 112,5 миллион һум бүленәсәк

Владимир Путин "Рәсәй - мөмкинлектәр иле" ойошмаһы советына ағзалар тәғәйенләне