RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Рәсәйҙең иң яҡшы һабансылары ярыша

25.06.2019 Рәсәйҙең иң яҡшы һабансылары ярыша

Башҡортостан механизаторҙары VIII Рәсәй һабансылар асыҡ чемпионатында ҡатнаша. Илдең абруйлы аграр конкурсына иң яҡшы 45 механизатор йыйылған.


Башҡортостандың данын Мәләүез районынан Илдар Ишекәйев, Стәрлетамаҡ районынан Римир Ғиззәтуллин һәм Бәләбәй механизация һәм электрификация колледжын тамамлаусы Дарья Тураева яҡлай. Әйткәндәй, Даша – ярышта берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ.

Механизаторҙар "Самэ Дойц-Фар Руссиа" етештергән Agrolux 4.80 техникаһында ер һөрәсәк. Уларға ике корпуслы Kverneland һуҡаһы таҡтырылған. Был машиналар юғары хәрәкәтсәнлек һәм ышаныслы булыуы менән айырылып тора.

Һайлап алыу этабынан һуң, финалға 10 ер һөрөүсе сығасаҡ. Иң күп мәрәй йыйыусы еңеүсе тип иғлан ителәсәк. Бүләкләү тантанаһы 29 июнгә планлаштырылған.

Илдар Ишекәйев былтыр Суздаль ҡалаһында ойошторолған “Трактор – шоу” сараһында трактор менән идара итеү буйынса 4-се урынға лайыҡ булғайны.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: vk.com.




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Владимир Путинға сираттағы тәҡдим

19.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Владимир Путинға сираттағы тәҡдим


Ҡатын урлау

18.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡатын урлау


"Боҙом"дан ҡотолоу хаҡы 160 мең һумдан ашыу.

Бал ҡорттары ҡырылған

18.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бал ҡорттары ҡырылған


Туристар Төркиәне һайлай

18.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Туристар Төркиәне һайлай


Өфөлә иң популяр исемдәр ниндәй?

18.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфөлә иң популяр исемдәр ниндәй?


Ут менән генә түгел, һыу менән дә уйнарға ярамай

"Уралсиб" түбәһенә оя ҡорған ыласындар ни хәлдә?

Селим Байрактар Өфөгә килә

18.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Селим Байрактар Өфөгә килә


Рәхим бер юлы 4618 тапҡыр отжимание яһай

18.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәхим бер юлы 4618 тапҡыр отжимание яһай


Хәтәр матур әйбер - башҡорт орнаментлы салфеткалар йыйылмаһын оторға теләйһегеҙме?

Ике атай менән йәшәгән

18.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ике атай менән йәшәгән