RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » БР Башлығының миллиондарса һумлыҡ яңы грант конкурсында ҡатнашығыҙ!

25.06.2019 БР Башлығының миллиондарса һумлыҡ яңы грант конкурсында ҡатнашығыҙ!

Кисә, 24 июндә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 386-сы ҡарары менән БР Башлығының яңы грант конкурсы тураһында билдәле булды. Ул гражданлыҡ йәмғиәтенең үҫешенә бағышланған һәм унда коммерцияға ҡарамаған ойошмалар (НКО) ҡатнашырға хоҡуҡлы.

Конкурсты Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ойоштора. Дөйөм бюджет 50 миллион һум тәшкил итә.

Гранттар БР Башлығы исеменән түбәндәге номинацияларҙа бирелә:

"Әүҙем республика" – Башҡортостан Республикаһы халҡы файҙаһына атҡарылған йәмәғәт яғынан мөһим проекттар. Улар юридик, социаль, хәйриәлек, ирекмәнлек, илһөйәрлек, тәбиғәтте һаҡлауға, сәләмәт йәшәүҙе һәм спортты үҫтереүгә, ижад һәм мәҙәниәткә, ғаилә мөнәсәбәттәренә, йәштәр һәм балалар менән эшләүгә, хәрәкәт яғынан сикләнгән граждандар мөхитенә арнала.

"Татыу күршеле республика"
- быға ихата биләмәләре, ял итеү урындары, спорт майҙансыҡтарын үҫтереү, йәмәғәт хәүефһеҙлеген һаҡлау, балаларҙың йәйге ялы һәм мәшғүле, йәштәр хәрәкәте, мәҙәни-күңел асыу саралары, клуб эштәре, биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү, йәшәүҙең комфортлы мөхитен һәм йәшел зоналарҙы булдырыу инә.

"Татыу республика" – милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты арттырыу, низағтарҙы булдырмау, традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау, илһөйәрлек тәрбиһе, хәйриә акциялары, Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың телен, мәҙәниәтен һаҡлау һәм яҡлауҙы күҙ уңында тота.

Бер ойошма тик бер грантҡа дәғүә итә ала. Проекттарҙы 2019 йылдың 1 ноябренән тормошҡа ашыра башлау ҡаралған. Быға 12 ай ваҡыт биреләсәк.




Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне