RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » 29 июндә Рәсәй халҡы ун мең аҙым үтәсәк

25.06.2019 29 июндә Рәсәй халҡы ун мең аҙым үтәсәк

Был көндө ил күләмендә "Йәшәүгә ун мең аҙым" акцияһы үтәсәк. Ул Рәсәй йәштәре көнөнә арналған.

Башҡортостан да был хәрәкәткә ҡушылырға ниәтләй. Был шәмбелә ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә үҙ һаулыҡтарына битараф түгелдәр йыйыласаҡ.

Өфөлә сәләмәтлек байрамы иртәнге сәғәт 10-да М.Ғафури исемендәге үҙәк ял һәм мәҙәниәт паркында башланасаҡ. Тәүҙә йыйылыусыларҙың пульсын һәм артерия баҫымын тикшерәсәктәр. Унан һуң билдәле спортсылар менән күмәкләшеп зарядка эшләгәндән һуң #ПередайСердце флешмобы үтәсәк. Аҙаҡ Рәсәй кимәлендәге "Һәр ҡалаға сәләмәтлек маршруты" эстафетаһын һәр муниципалитетҡа биреү ойошторола. Өфө Нефтекамаға, Башҡортостан Республикаһы - Сыуашстанға эстафетаны тапшырасаҡ.

Акцияны БР Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова асасаҡ. Байрамда шулай уҡ "Милләт һаулығы лигаһы" дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының вице-президенты Николай Кононов, БР һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Забелин, БР спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры Руслан Хәбибов, Өфө ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡатнашасаҡ.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



“Авангард”  Войновты эшле итте

20.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы “Авангард” Войновты эшле итте


Слайм нимә ул?

20.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Слайм нимә ул?


Беҙҙең  волейболсылар –  донъяла беренсе!

Ай, Уралым, Уралым!

19.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ай, Уралым, Уралым!


Яҡташыбыҙ рухын данлап...

19.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Яҡташыбыҙ рухын данлап...


Йәйләүҙә ҡымыҙ эсеп...

19.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәйләүҙә ҡымыҙ эсеп...


Әсәһенең ғүмерен ҡыйған

19.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Әсәһенең ғүмерен ҡыйған


Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ағиҙел ҡалаһына килде

Бөгөн Өфөнөң "Евразия" агрокомплексында республикалағы берҙән-бер хәләл лаборатория асылды

Башҡортостандың ҡаяға үрмәләүсеһе донъя чемпионатында лайыҡлы сығыш яһаны

Бензин еҫкәп үлгән

19.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бензин еҫкәп үлгән


Ә һеҙҙең эҫе ямғырҙа йөрөгәнегеҙ бармы?

19.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ә һеҙҙең эҫе ямғырҙа йөрөгәнегеҙ бармы?