RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Пальма майынан һөттө - айырым кәштәгә!

24.06.2019 Пальма майынан һөттө - айырым кәштәгә!

Пальма майынан һөттө - айырым кәштәгә!1 июлдән алып республика магазиндарында һөт аҙыҡтарын һатыу ҡағиҙәләре үҙгәрә. Бынан ары составында үҫемлек майы булған һөт ризыҡтары һөт һәм һөт аҙыҡтарынан айырым кәштәләрҙә урынлаштырыласаҡ.

Был шәп яңылыҡ тураһында Радий Хәбировҡа ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин бөгөн оператив кәңәшмәлә хәбәр иткән.
Үҫемлек майы (ғәҙәттә пальманыҡы), аҙыҡты һаҡлау ваҡытын оҙайтып, уның хаҡын арзанайтһа ла, организмға зарарынан башҡа бер тинлек файҙаһы юҡ. Пальманың майын хәҙер ниндәй генә аҙыҡ-түлеккә ҡушмайҙар! Ә күптәр ҡап тышындағы мәғлүмәттәрҙе уҡып та тормай, эрзац һөт аҙыҡтарын, печенье, кәнфит һ.б. менән үҙен, балаларын ағыулауҙы дауам итә.

Шуға ла, исмаһам, ысын, һыйырҙан һауылған (!) һөттө эсеп ҡалырбыҙ. Юғиһә, әллә ниндәй онтаҡтан яһалған һөттө лә эсеп йөрөүебеҙ ихтимал ине бит. 1 июлдән магазиндарҙа иғтибарлы булып, тәбиғи һөт, һөт аҙыҡтарын һайлағыҙ, дуҫтар.



Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Владимир Путинға сираттағы тәҡдим

19.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Владимир Путинға сираттағы тәҡдим


Ҡатын урлау

18.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡатын урлау


"Боҙом"дан ҡотолоу хаҡы 160 мең һумдан ашыу.

Бал ҡорттары ҡырылған

18.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бал ҡорттары ҡырылған


Туристар Төркиәне һайлай

18.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Туристар Төркиәне һайлай


Өфөлә иң популяр исемдәр ниндәй?

18.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфөлә иң популяр исемдәр ниндәй?


Ут менән генә түгел, һыу менән дә уйнарға ярамай

"Уралсиб" түбәһенә оя ҡорған ыласындар ни хәлдә?

Селим Байрактар Өфөгә килә

18.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Селим Байрактар Өфөгә килә


Рәхим бер юлы 4618 тапҡыр отжимание яһай

18.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәхим бер юлы 4618 тапҡыр отжимание яһай


Хәтәр матур әйбер - башҡорт орнаментлы салфеткалар йыйылмаһын оторға теләйһегеҙме?

Ике атай менән йәшәгән

18.07.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ике атай менән йәшәгән