RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Өфө бөтә донъя офтальмологтарын берләштерҙе

07.06.2019 Өфө бөтә донъя офтальмологтарын берләштерҙе


6 – 7 июндә Өфө ҡалаһында офтольмология буйынса халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция үтте. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты тарафынан быйыл ул 10-сы тапҡыр ойошторолдо. Был йылдар дауамында ул төрлө ил вәкилдәрен ҡабул итеп, ысынлап та, донъя кимәлендәге ҙур һәм әһәмиәтле сара булыуын иҫбатланы. Уның тап Өфө ҡалаһында үткәрелеүе лә юҡҡа түгел. Беҙҙең республика офтальмология буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһе һанала. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында йыл һайын күҙгә меңәрләгән ҡатмарлы операция эшләнә. Күҙ яҫмығын алмаштырыу буйынса ғына йылына 18 меңләп операция үтә. Һөҙөмтәлә Башҡортостан офтальмологтарының исеме бөтә донъяға танылыу яулай.
Быйылғы конференцияла иһә Әзербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Украина, Белорусия вәкилдәре менән бер рәттән, Һиндостан, Төркиә, Япония, Германия, Латвия, Австрия табиптары ла ҡатнашты. Өфө Фәндәр академияһының «Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры Мөхәррәм Бикбов кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, донъя кимәлендәге сараны ойоштороуҙың республика офтальмологияһы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
Сибай ҡалаһынан балалар офтальмологы Лилиә Абдуллина:
– Бындай ҙур күләмле конференция беҙҙең кеүек практик табиптар өсөн бигерәк тә файҙалы. Бигерәк тә унда төрлө сит ил вәкилдәре ҡатнашыуы менән. Төрлө илдән килгән алдынғы табиптарҙың сығышын тыңлау, уларҙың эш тәжрибәһен, дауалау ысулдарын өйрәнеү кеүек бик матур мөмкинлек бирелде, – ти кәңәшмә хаҡынла фекерҙәре менән уртаҡлашып.
Ысынлап та, ғүмерен был һөнәргә бағышлаған белгестәр өсөн бындай һөйләшеү бик тә фәһемле. Беренсенән, улар медицина өлкәһендәге һуңғы яңылыҡтар, инновацион технологиялар, заманса дауалау ысулдары менән таныша, тәжрибә уртаҡлаша һәм шул рәүешле үҙенең белемен арттыра. Икенсенән, ул тик һөйләшеү, фекер алышыуға ғына ҡоролмай, бында онлайн-режимда операция барышын да күҙәтергә мөмкин. Йәғни теге йәки был ысулдың, технологияның нисек ҡулланылыуын һәм ниндәй һөҙөмтәгә килтереүен улар үҙ күҙҙәре менән ҡарай ала. Тимәк, улар ғәмәли белемен дә арттыра.



Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
Фото: Ю. КӘРИМОВ.




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Владимир Путин беҙҙең юлдар тураһында дөрөҫөн әйтте

Баланы әсәйҙәр ҡалдырмаһын ине ул...

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Баланы әсәйҙәр ҡалдырмаһын ине ул...


Боҙоҡтар ямғырҙан һуң бәшмәк ише артамы шул?

Гиппократ антына төкөргән...

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Гиппократ антына төкөргән...


Ғүмерле булғыры...

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ғүмерле булғыры...


Студенттар каникулда аҡса эшләй

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Студенттар каникулда аҡса эшләй


Биометрик мәғлүмәттәр менән кредит алып буласаҡ

Ҡорбан салыу урыны билдәләнде

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡорбан салыу урыны билдәләнде


Берҙәм транспорт картаһы «Алға»ны ал да – юлға!

Янғын извещателе ғүмерҙәрҙе һаҡлай

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Янғын извещателе ғүмерҙәрҙе һаҡлай


Йәнегеҙгә тейәбеҙ - яғыулыҡҡа әпәт хаҡ артты

Айгиздең өр-яңы һөйөнөсө!

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Айгиздең өр-яңы һөйөнөсө!