RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Сәләмәтлек акцияһы дауам итә

31.05.2019 Сәләмәтлек акцияһы дауам итә

Республика буйынса «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре» акцияһы дауам итә. Кисә баш ҡаланың Ленин паркында халыҡ өсөн файҙалы һәм ҡыҙыҡлы саралар ойошторолдо. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова унда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп:
– Сәләмәт йәшәү рәүеше һәр кемдең ғәҙәти тормошона әүерелә бара. Ул дөрөҫ туҡланыуға, экологияға һәм йәшәү шарттарына бәйле. Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек һәм спорт менән дуҫ булыуығыҙҙы теләйем», – тине.
Паркта халыҡ өсөн диагностика ҡорамалдары булған модулдәр эшләне. Унда теләге булған һәр кем РЭГ, ЭКГ, УЗИ үтеп, ҡан анализы тапшыра алды. Бынан тыш, күреү һәләтен, күҙ баҫымын тикшертеп, профессиональ белгестәрҙән консультация алыу мөмкинлеге лә булдырылғайны. Спорт менән сәләмәт тормош һөйөүселәргә «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух» зонаһы эшләне. Унда төрлө спорт төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.
Йыл һайын акция барышында республиканың муниципаль берекмәләренә, күрше өлкәләргә кардиодесант ебәрелеп, һаулыҡ һаҡлау буйынса консультациялар, оҫталыҡ дәрестәре, флэш-мобтар, сәләмәтлек дәрестәре, скринингтар үткәрә. Алдағы йылдарҙа улар Стәрлетамаҡ, Күмертау ҡалаларында, Ырымбур өлкәһендә, Баймаҡ, Дыуан райондарында булғайны. Быйыл иһә Салауат ҡалаһы һайланған. Иртән иртүк Салауатҡа Сәләмәтлек вертолеты осто.
Саралар ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында иртәнге сәғәт 11-ҙә Сәләмәтлек флагын тапшырыуҙан башланды. Халыҡҡа йөрәк ауырыуҙарын иҫкәртеү, сәләмәт тормош алып барыу буйынса консультациялар, уҡыуҙар, күнегеүҙәр ойошторолдо. Ҡала дауаханаһында йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән сирләүселәргә Республика кардиология диспансеры табиптары консультация бирҙе. Акция йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланыусыларға медицина ярҙам күрһәтеү буйынса кәңәшмә менән тамамланасаҡ.



Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Владимир Путин беҙҙең юлдар тураһында дөрөҫөн әйтте

Баланы әсәйҙәр ҡалдырмаһын ине ул...

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Баланы әсәйҙәр ҡалдырмаһын ине ул...


Боҙоҡтар ямғырҙан һуң бәшмәк ише артамы шул?

Гиппократ антына төкөргән...

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Гиппократ антына төкөргән...


Ғүмерле булғыры...

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ғүмерле булғыры...


Студенттар каникулда аҡса эшләй

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Студенттар каникулда аҡса эшләй


Биометрик мәғлүмәттәр менән кредит алып буласаҡ

Ҡорбан салыу урыны билдәләнде

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡорбан салыу урыны билдәләнде


Берҙәм транспорт картаһы «Алға»ны ал да – юлға!

Янғын извещателе ғүмерҙәрҙе һаҡлай

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Янғын извещателе ғүмерҙәрҙе һаҡлай


Йәнегеҙгә тейәбеҙ - яғыулыҡҡа әпәт хаҡ артты

Айгиздең өр-яңы һөйөнөсө!

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Айгиздең өр-яңы һөйөнөсө!