RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

01.06.2019 1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө

Бала саҡ

Бала саҡты йырға-моңға һалып,
Иң-иң гүзәл йырҙар йырланым.
Күңелемдә яҙҙың шат тауышы
Бер мөғжизә булып сыңланы.

Эй, бала саҡ – яҙғы наҙлы сәскә
Ғүмер тигән гүзәл туғайҙа.
Ҡырау һуҡмаһын һис яҙ сәскәһен,
Гөл ғүмере ҡыҫҡа былай ҙа.
Зәңгәр күктә һабантурғай уйнап,
Тыуған ҡырҙарыма нур өҫтәй.
Бала сағым күңелем донъяһында
Мәңге балҡыр алтын-көмөштәй.

Йырҙарымда йәшәй серҙәргә бай
Мөғжизәле бала саҡтарым.
Ғүмеремдең шаулы шул миҙгелен
Һаҡлай һаман тыуған яҡтарым.
Эй, бала саҡ – яҙғы наҙлы сәскә
Ғүмер тигән гүзәл туғайҙа.
Ҡырау һуҡмаһын һис яҙ сәскәһен,
Гөл ғүмере ҡыҫҡа былай ҙа.



Автор: З. КАШАПОВА
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Умарк менән  Хартикайнен  беҙҙән китмәксе…

Был аҙна сканвордына кемдәр дөрөҫ яуап биргән?

Алһыуға - халыҡ, Сергей Приказчиков менән Ринат Рамазановҡа атҡаҙанған

Мутлашыусылар тамам шашты, хәҙер улар Хөкүмәтте файҙалана

Португалия  футболсылары  тарих яҙа

15.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Португалия футболсылары тарих яҙа


Нимә?! Тағы пенсия тирәләй яңылыҡ?!

14.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Нимә?! Тағы пенсия тирәләй яңылыҡ?!


Билалдар "Сәғәт һуҡҡан көн" байрамы үткәрҙе

Журналистар Ш.Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалды

50 йәштән һуң ир-ат ниңә "ҡатындар эше"н һайлай?

Өфөнән яңы поезд рейсы асыла

14.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфөнән яңы поезд рейсы асыла


Иҫ киткес шәп байрамдан автобустар бушлай алып ҡайтасаҡ

"Горка"нан ҡолап төшөп муйынын һындырған