RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Бөгөн - Ҡәҙер кисе

31.05.2019 Бөгөн - Ҡәҙер кисе

Ислам динендәге мөбәрәк кистәрҙең иң ҡиммәтлеһе – Ҡәҙер кисе. Ул рамаҙан айының 27-се кисендә билдәләнә. Хәҙистәрҙә: «Ҡәҙер кисенә инанып, сауабын өмөт итеп, ғибәҙәт ҡылғандарҙың бөтә гонаһын Аллаһы Тәғәлә ғәфү итер», – тип әйтелә. Ғибәҙәттә ҡаза намаҙын үтәү, Ҡөрьән Кәримде уҡыу, доғалар ҡылыу, тәүбә итеү, саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы һөйөндөрөү һәм башҡа сауаптарға ирешеү – быларҙың барыһы ла был кискә хөрмәт күрһәтеү ишараһылыр. Хөрмәт күрһәтеү гонаһлы эштәрҙе эшләмәү менән дә хасил булыр.
Ҡәҙер кисенең сауабы мең айҙан да хәйерлерәк, мең ай ҡылған ғибәҙәттәрҙән дә артығыраҡтыр.
Ҡәҙер кисендә Раббыларының рөхсәтенән төрлө бойороҡтар менән күктәрҙән фәрештәләр төшә.
Был кистә намаҙ, Ҡөрьән уҡып, ураҙа тотҡан мөьминдәргә фәрештәләр Алланан сәләм уҡыр.
Ҡәҙер кисенең дауамы ҡояш байығандан башлап таң атҡанға саҡлылыр.
Ҡәҙер кисе тураһында хәҙис- шәрифтәрҙә былай тип бойорола:
Ҡәҙер кисендә бер тапҡыр « Иннә әңзәлнәһү» сүрәһен уҡыған башҡа замандарҙа Ҡөрьән Кәримде даими уҡыусынан да һөйкөмлөлөр.
Ҡәҙер кисендә бер тәсбих «Собхан Алла» , бер тәсбих «Әлхәмдүллилла», бер тәһлил «Аллаһу Әкбәр» әйтеүсе минең янымда ете йөҙ мең тәсбих һәм тәһлил әйтеүсенән ҡимәтлелер.
«Ҡәҙер кисендә өс тапҡыр « Лә иләһә илләл ла» тип әйтеүсенең беренсеһендә гонаһтары кисерелер, ғәфү ителер, икенсеһендә йәһәннәмдән ҡотолор, өсөнсөһөндә йәннәткә инер.
Ҡәҙер кисендә « Әл- Ҡәҙер» ( Ҡөҙрәт) сүрәһен уҡыған кеше Ҡөрьән Кәримдең дүрттән берен уҡыған кеүек булыр.
Ҡәҙер кисендә күк ҡабағы ла асыла, тиҙәр. Ул тик бәхетлеләргә генә күренә.
Рамаҙан айында күңелегеҙҙе зекерҙәр, тәсбихтәр, Ҡөрьән уҡыу менән биҙәгеҙ! Теләгәндәрегеҙ тормошҡа ашыр.



Автор: Зөһрә Йәһүҙина әҙерләне
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Умарк менән  Хартикайнен  беҙҙән китмәксе…

Был аҙна сканвордына кемдәр дөрөҫ яуап биргән?

Алһыуға - халыҡ, Сергей Приказчиков менән Ринат Рамазановҡа атҡаҙанған

Мутлашыусылар тамам шашты, хәҙер улар Хөкүмәтте файҙалана

Португалия  футболсылары  тарих яҙа

15.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Португалия футболсылары тарих яҙа


Нимә?! Тағы пенсия тирәләй яңылыҡ?!

14.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Нимә?! Тағы пенсия тирәләй яңылыҡ?!


Билалдар "Сәғәт һуҡҡан көн" байрамы үткәрҙе

Журналистар Ш.Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалды

50 йәштән һуң ир-ат ниңә "ҡатындар эше"н һайлай?

Өфөнән яңы поезд рейсы асыла

14.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфөнән яңы поезд рейсы асыла


Иҫ киткес шәп байрамдан автобустар бушлай алып ҡайтасаҡ

"Горка"нан ҡолап төшөп муйынын һындырған