RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Июнь – шиғри тулҡындарҙа

03.06.2019 Июнь – шиғри тулҡындарҙа

Һәр көнөн “Юлдаш” радиоһы менән ҡаршылаған дуҫтарыбыҙ йәкшәмбе иртәһендә нәфис һүҙ тулҡынына эләгә. “Шиғриәт минуттары” тип аталған теҙмә беҙҙең каналда даими рәүештә йылдар буйы дауам итә. Әйтерһең дә, тулҡындары арыу-талыу белмәҫ, ваҡыт-миҙгелдәр менән иҫәпләшмәҫ, ярҙарына ҡағып-һуғып торор диңгеҙ ул.

Йәй йәмдәрен башлаған һөтай башҡорт халҡына милли батырын, шағир-импровизатор Салауат Юлаевты бүләк иткән, быйыл уның тыуыуына 265 йыл. Ҡыҫҡа ғына ғүмерендә әҙәбиәтте яҡты нур көлтәһеләй шиғриәте менән балҡытҡан Флүзә Әхмәҙиеваның донъяға килеүенә 70 йыл тула. Замандашыбыҙ, “Йөрәк һүҙе” телевизион проектында үҙ шиғырын уҡыусыһы менән бергә яңғыратып, юғары баһа алған Ғәлиә Кәлимуллина юбилейын туйлай. “Юлдаш”тың июнь тапшырыуҙар теҙмәһендә төрлө заман шағирҙарының йөрәк һүҙҙәре урын аласаҡ.

Быйыл “түңәрәк” датаға тура килмәгән шағирҙарыбыҙ ижадына ла июнь айы сығарылыштары бик йомарт.
...Шаһ һәм шағир – оҡшаш шәхестәр:
Тәүгеһенә ерҙәр башын эйгән,
Быныһына – һүҙҙәр, уй-хистәр.


Был юлдарҙың авторы, һүҙҙәр, уй-хистәрҙе баш эйҙергән Әсхәл Әхмәт-Хужаны юғалтыуыбыҙға әле бер йыл да тулмаған. Уның үҙе уҡыған шиғри шәлкемдәре, бәхеткә күрә, радионың “алтын фонды”нда аҙ түгел. Шағирҙың тере тауышын һаҡлаған яҙма шулай уҡ программала урын аласаҡ.

Ә июндең тәүге йәкшәмбеһендә “Юлдаш” радиоһында шиғри уй-фекер маһиры Рәмил Ҡол-Дәүләттең зауыҡлы шәлкеме яңғыраясаҡ. Рухлы илһамға һуғарылған минуттар яңы башланып торған көнгә фатиха бирә.

“Юлдаш” тулҡындарында һәр йәкшәмбе иртән 9-сы 10 минутта “Шиғриәт минуттары” көтә.

Яҙма вариантын беҙҙең рәсми сайтта ла тыңларға мөмкин. Адресы: юлдашфм.рф




Автор: Ф. МӘЖИТОВА
Фото: vk.com






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне