RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » 1 июлдән Башҡортостанда Берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә инәсәк

30.05.2019 1 июлдән Башҡортостанда Берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә инәсәк

Уларҙы Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡала-яны трансорттарында ҡулланырға мөмкин буласаҡ.
Билет хаҡы 25 һумдан артыҡ булмаясаҡ. Картаның ҡиммәте — 50 һум.
Ошо көндәрҙә халыҡты хеҙмәтләндергән барлыҡ 6200 автобусты ла терминалдар менән йыһазландырыу ҡаралған.


“Берҙәм карта йәмәғәт транспортында түләү өсөн уңайлыҡ ҡына тыуҙырасаҡ. Уның ярҙамында терминал менән йыһазландырылған барлыҡ төр йәмәғәт транспортында ла, шулай уҡ шәхси ташыусыларҙа ла иҫәпләшергә мөмкин. Берҙәм картаны файҙаланғандар өсөн түбән хаҡ ҡуйылған, оҙайлы ваҡытҡа алғандар өсөн тағы ла өҫтәмә ташлама ҡаралған.

Бындай карталар “Рәсәй почтаһы” бүлексәләрендә, “Өфө-матбуғат” киосктарында, магазин селтәрҙәрендә, “Уралсиб”та, “Һаҡлыҡ банкы”нда һатыла. Әлегә тиклем ташлама менән файҙаланған граждандарҙың хоҡуғы һаҡлана. Пассажирҙарға уңайлы булһын өсөн мобиль ҡушымта ла индереләсәк, ул быйыл 1 сентябрҙән эшләй башлаясаҡ. Ҡушымта смартфонға транспорт картаһын яҙҙыртыу, ситтән тулыландырыу һәм юл йөрөүҙең иҫәбен күҙәтеп барыу мөмкинлеген тыуҙыра.

Мәғлүм булыуынса, әле лә дәүләт компанияларына ҡараған автобустарҙа, трамвай һәм электричкаларҙа банк картаһы менән иҫәпләшергә мөмкин”, — тип яҙа “Башҡортостан” гәзите.



Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Умарк менән  Хартикайнен  беҙҙән китмәксе…

Был аҙна сканвордына кемдәр дөрөҫ яуап биргән?

Алһыуға - халыҡ, Сергей Приказчиков менән Ринат Рамазановҡа атҡаҙанған

Мутлашыусылар тамам шашты, хәҙер улар Хөкүмәтте файҙалана

Португалия  футболсылары  тарих яҙа

15.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Португалия футболсылары тарих яҙа


Нимә?! Тағы пенсия тирәләй яңылыҡ?!

14.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Нимә?! Тағы пенсия тирәләй яңылыҡ?!


Билалдар "Сәғәт һуҡҡан көн" байрамы үткәрҙе

Журналистар Ш.Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалды

50 йәштән һуң ир-ат ниңә "ҡатындар эше"н һайлай?

Өфөнән яңы поезд рейсы асыла

14.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфөнән яңы поезд рейсы асыла


Иҫ киткес шәп байрамдан автобустар бушлай алып ҡайтасаҡ

"Горка"нан ҡолап төшөп муйынын һындырған