RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Мәскәү - ракетала, ә беҙ нимәлә?

27.05.2019 Мәскәү - ракетала, ә беҙ нимәлә?

Рәсәйҙә Мәскәүҙән 100 йыл артҡа ҡалған ҡалалар бар. Ҡыҙыҡ: ил - бер, ә шул тиклем айырмалыҡ.

Махсус тикшереүҙәр үткәргәндәр икән. Халҡы миллиондан ашҡан ҡалаларҙы сағыштырып ҡарамаҡсы булғандар. Шунан йылдам үҫеүселәргә һәм артта һөйрәлеүселәргә бүлгәндәр.

Үҫеш динамикаһы бар. Тик бөтә ҡалаларҙа ла түгел. Уныһы аңлашыла ла.

Мәҫәлән, шәп үҫкән ҡалалар рәтендә - Санкт-Петербург, Ҡазан, Екатеринбург, Өфө, Һамар, Краснодар. Улар, әйтәйек, ун йылдан Мәскәүҙе ҡыуып етә ала. Тик бының өсөн иҡтисадтары йылына 5,9 процент үҫергә тейеш. Бының булыуы мөмкинме?
Аутсайдерҙар исемлегендә – Воронеж, Волгоград, Омск, Силәбе, Новосибирск, Дондағы Ростов, Пермь, Красноярск, Түбәнге Новгород.

Тикшеренеүҙәрҙе ойошторған “КБ Стрелка” консалтинг компанияһы белгестәре шундай һығымта яһаған: Рәсәйҙең миллиондан ашыу кеше йәшәгән ҡалаларының ҡайһы берҙәренә ҡаланың тулайым продукты (ВГП) кимәле буйынса Мәскәүҙе ҡыуып етер өсөн уртаса 100 йыл кәрәк.
Тикшергәндә 2010 – 2017 йылғы күрһәткестәр ҡулланылған.

Мәктәптә уҡығанда балаларҙың уҡыу кимәлен ниңәлер шулай сағыштырған кеүек иҫләйемсе: бик яҡшы өлгәшкәндәр ракетала, артабан кемдер машинала, кемдер атта, кемдер ташбаҡала... Ҡалалар ҙа шулай шикелле...



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Кличко янып үлә яҙған

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Кличко янып үлә яҙған


Автомобиль отоусы көрәшсе Илфаҡ Ибәтуллин кемдән ҡурҡҡан?

Мал аҙығы әҙерләү дауам итә

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Мал аҙығы әҙерләү дауам итә


Нурмөхәмәт хәҙрәт вафат булған

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Нурмөхәмәт хәҙрәт вафат булған


Владимир Путиндың Дональд Трамп менән осрашҡыһы киләме?

Луизаның машинаһын тапҡандар!

25.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Луизаның машинаһын тапҡандар!


Әйҙә киттек Торатауға, "Торатау йыйыны"на!

Яңғыҙ ирҙәрҙе талағандар

25.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Яңғыҙ ирҙәрҙе талағандар


Дүрт көнлөк эш аҙнаһын халыҡ көтмәй

25.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Дүрт көнлөк эш аҙнаһын халыҡ көтмәй


Июлдән инвалид бала ҡарағандарға түләүҙәр арта

Рәсәйҙә дефицит һөнәрҙәр исемлеге төҙөләсәк

"Айтишник"тар етмәй

25.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Айтишник"тар етмәй