RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Юлдаш» тәҡдим итә: «Көтмәгәндә-уйламағанда»

27.05.2019 «Юлдаш» тәҡдим итә: «Көтмәгәндә-уйламағанда»

Кеше тормошонда көтөлмәгән ваҡиғалар күп була. Ижад өлкәһендәге шәхестәребеҙ уларҙы теркәп ҡуйырға ла әүәҫ. Мәҫәлән, Сәғит Агиш, Рәшит Солтангәрәев, Әхәт Уразмәтов, Фәтих Шәйхетдинов (Кәтүк менән Бағанай), Юнир Салауатовтың мәҙәктәре аҙмы-күпме ташҡа баҫылғас, әле лә уҡып ҡыуанабыҙ. Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡыҙыҡ был тормош» китабы ла осраҡлы хәлдәргә бай.

Барыһын иҫтә тотоп, «Юлдаш» радиоһында «Көтмәгәндә-уй­ла­мағанда» тапшырыуын астыҡ. Унда әҙиптәр, ғалимдар, журналистар, сәнғәт әһелдәре хәти­рәләре менән ихлас бүлешә. Билдәле шәхестәрҙең, көтөл­мәгән хәл-ваҡиғаларҙың кеше тормошона ҡасандыр ыңғай йоғонто яһауын телгә алалар. Мәҫәлән, Әхмәр Үтәбай Башҡортостан Яҙыусылар союзына ингән мәлдә күптәрҙең ҡаршы булыуын, тик бер Рауил Бикбаевтың ҡалҡан кеүек ҡалҡып сығыуын хәтерләй. Ауыл хужалығы институтын тамам­лаған Дамир Шәрәфетдинов: «Гүзәл Ситдиҡова юлымды әҙәби ижадҡа бороп ебәрҙе», – тип хөрмәтләп телгә ала. Тарих факультетына ынтылған, әле генә әрменән ҡайтҡан Ғиниәт Ҡунафинға заманында Түләк Ғирфанов осрап, тел, әҙәбиәт буйынса китергә кәңәш итә…

Сит илдә йөрөгәндә көт­мәгәндә башҡорт көйөн йә сәнғәт кешеләренең исемен ишетеп шатланғандар ҙа бар. Мәҫәлән, Тәнзилә Дәүләт­бирҙина Финляндиялағы бер майҙанда ағаһы Ғәзиз Дәүләт­бирҙин яҙған көйҙө ишетеп, күҙенә шатлыҡ йәштәре бәреп сығыуын һөйләй. Чехияла йә­шәгән журналист Миләүшә Годбодь: «Йырсыбыҙ Светлана Арғынбаеваны Европа ил­дәрендә яҡшы беләләр», – тип ғорурлана. Күп әҙиптәрҙең, рәссамдарҙың беренсе әҙәби-ижади премия алған мәлдәре лә күңелдәрендә уйылып ҡалған.

Зөлфиә Ханнановала электән Мәккәгә барып Хаж ғәмәлен үтәү теләге көслө булған. Өс бала әсәһе иң арзан юл – автобус менән барыуҙы хәстәрләп бөткәс кенә Хоҙай уға бүтән юлдар асҡан…

«Көтмәгәндә-уйламағанда» тапшырыуы ошондай ваҡиғалар тураһында.



Автор: Ә. МУЛЛАҒОЛОВА
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Владимир Путин беҙҙең юлдар тураһында дөрөҫөн әйтте

Баланы әсәйҙәр ҡалдырмаһын ине ул...

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Баланы әсәйҙәр ҡалдырмаһын ине ул...


Боҙоҡтар ямғырҙан һуң бәшмәк ише артамы шул?

Гиппократ антына төкөргән...

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Гиппократ антына төкөргән...


Ғүмерле булғыры...

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ғүмерле булғыры...


Студенттар каникулда аҡса эшләй

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Студенттар каникулда аҡса эшләй


Биометрик мәғлүмәттәр менән кредит алып буласаҡ

Ҡорбан салыу урыны билдәләнде

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡорбан салыу урыны билдәләнде


Берҙәм транспорт картаһы «Алға»ны ал да – юлға!

Янғын извещателе ғүмерҙәрҙе һаҡлай

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Янғын извещателе ғүмерҙәрҙе һаҡлай


Йәнегеҙгә тейәбеҙ - яғыулыҡҡа әпәт хаҡ артты

Айгиздең өр-яңы һөйөнөсө!

26.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Айгиздең өр-яңы һөйөнөсө!