RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Яңы электромобиль һатыуға сыға

21.05.2019 Яңы электромобиль һатыуға сыға

Өс ишекле. Дүрт кешелек. 450 мең һумлыҡ. Электрохэтчбек.

Ғашиҡ булдым да ҡуйҙымсы бынауы Zetta-ға. Тольятти ҡалаһының ошо исемдәге фирмаһы электромобиль етештерә башлай. Бәләкәй машиналар һатыуға быйыл декабрҙә сығасаҡ.

Ҡарап тороуға фантастик кинолағы транспорт һымаҡ. Үҙе килеп тороп матур күренә. Тик юлда хәүефлерәктер шул уның менән. Берәй ҙурыраҡ автомобиль төртөп кенә китһә лә, йәмшәйеп ултыраһың да ҡуяһыңмы икән? Юҡ, ундай бәхетһеҙлек юрамай торайыҡ әле.

Zetta-ның максималь тиҙлеге сәғәтенә 120 километр була. Бер зарядка менән, аккумулятор күләменә ҡарап, 200 - 560 км йөрөргә мөмкин.

Оҙонлоғо - өс, киңлеге -1,6, бейеклеге 1,7 метр самаһы. Багажник күләме - 180 литр. Тотороҡлолоҡ системаһы, кондиционеры, мультимедия системаһына сенсор экраны бар. Тәүге хаҡты 450 мең һум тип ҡуймаҡсылар. гарантия - 2 йыл (йәки 150 000 км пробег).

Быйыл 10 ғына электромобиль сығасаҡ. Киләһе йылда - 2000, артабан йылына 15 000 машина етештереләсәк. Тик нимәһе насарыраҡ, сығарылған бөтә машиналарҙың яртыһы ғына Рәсәйҙә ҡаласаҡ, ҡалғандары һатыла.

Тәүге партияһынан эләкмәҫ инде...



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Айға ҡарағыҙ әле

16.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Айға ҡарағыҙ әле


ЛДПР ҙа кандидатын күрһәтте

16.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы ЛДПР ҙа кандидатын күрһәтте


Умарк менән  Хартикайнен  беҙҙән китмәксе…

Был аҙна сканвордына кемдәр дөрөҫ яуап биргән?

Алһыуға - халыҡ, Сергей Приказчиков менән Ринат Рамазановҡа атҡаҙанған

Мутлашыусылар тамам шашты, хәҙер улар Хөкүмәтте файҙалана

Португалия  футболсылары  тарих яҙа

15.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Португалия футболсылары тарих яҙа


Нимә?! Тағы пенсия тирәләй яңылыҡ?!

14.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Нимә?! Тағы пенсия тирәләй яңылыҡ?!


Билалдар "Сәғәт һуҡҡан көн" байрамы үткәрҙе

Журналистар Ш.Хоҙайбирҙин һәйкәленә сәскәләр һалды

50 йәштән һуң ир-ат ниңә "ҡатындар эше"н һайлай?

Өфөнән яңы поезд рейсы асыла

14.06.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өфөнән яңы поезд рейсы асыла