RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » «Утта янмай, һыуҙа батмай Шайморатов генерал…»

15.05.2019 «Утта янмай, һыуҙа батмай Шайморатов генерал…»

Был йырҙы белмәгән кеше юҡтыр халҡыбыҙҙа. Ҡадир Даян һүҙҙәренә Заһир Исмәғилев яҙған йыр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының гимны булып киткән тиһәк, бер ҙә яңылышмаҫбыҙ. Был гимн легендар генерал Шайморатов тыуған ауылдың урамдарын йәнә яңғыратты.

Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылы халҡы, мәктәп балалары, халыҡсан радионың саҡырыуын ишетеп килгән күп һанлы ҡунаҡтар “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ауыл буйлап “Үлемһеҙ полк” сафтарында үтте, геройҙың һәйкәленә сәскәләр һалды, күңелдәрҙе берләштергән данлыҡлы йырҙы башҡарҙы. Бындай акциялар бик кәрәк икәненә йәнә бер инанды “Юлдаш”тар. Һуғышта ҡатнашҡан атай-олатайҙары һөйләгән тарихтар әле һаман ауыл халҡының хәтерендә. Улар быуындан-быуынға тапшырыла килә.

Акцияға Белорет районының Ҡоҙаш ауылы яугиры, һуғыш йылдарын 112-се башҡорт атлы дивизияһы сафтарында үткән Ғилметдин Әғзәм улы Әғзәмовтың вариҫтары ла ҡушылды. Улар кавалерист олатаһын иҫкә алып, хөрмәтләп, бар ғаиләһенә форма тегеп, алыҫ араға ҡарамай, илһамланып килеп еткән. Ҡаһармандың ейәне Зинаф Әхмәтшин әйтеүенсә, олатаһы ғүмере буйы арҙаҡлы комдивты иҫенә алған.

Ауыл халҡы яуҙа ҡатнашҡан ата-бабаларының хәтирәләре менән дә бүлеште. Һәр ғаиләлә Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индергән бындай ҡаһармандар тарихы етерлек. Хәтер –мәңгелек. Халҡыбыҙ үҙ иле алдында бурысын үтәгән, уны һаҡлап алып ҡалған яугир атай-олатайҙарыбыҙҙы йышыраҡ иҫкә ала икән, тимәк, уларҙың дәһшәтле һуғышта күрһәткән батырлыҡтары бер ҡасан да онотолмаясаҡ. 74-се Еңеү яҙын ҡаршылағанда күгебеҙ һәр ваҡыт аяҙ һәм имен булыуын теләйек. Ата-бабаларыбыҙ күрһәткән батырлыҡ һәр кемдең күңелендә йәшәй. Бер кем дә, бер нимә лә онотолмаған.

“Юлдаш” радиоһы коллективы акцияны ойоштороуҙа ҡатнашҡан Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте вәкилдәренә, Шайморат ауыл хакимиәтенә, мәҙәниәт хеҙ­мәткәрҙәренә, мәктәп коллективына, ауыл халҡына ҙур рәхмәт еткерә. Беҙ бергә!



Автор: А. Бәширов
Фото: Автор фотоһы




Комментарий өҫтәргә


    • bowtiesmilelaughingblushsmileyrelaxedsmirk
      heart_eyeskissing_heartkissing_closed_eyesflushedrelievedsatisfiedgrin
      winkstuck_out_tongue_winking_eyestuck_out_tongue_closed_eyesgrinningkissingstuck_out_tonguesleeping
      worriedfrowninganguishedopen_mouthgrimacingconfusedhushed
      expressionlessunamusedsweat_smilesweatdisappointed_relievedwearypensive
      disappointedconfoundedfearfulcold_sweatperseverecrysob
      joyastonishedscreamtired_faceangryragetriumph
      sleepyyummasksunglassesdizzy_faceimpsmiling_imp
      neutral_faceno_mouthinnocent


Оҡшаш яңылыҡтар



Төбәктә инвестиция порталы сафҡа инде

23.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Төбәктә инвестиция порталы сафҡа инде


Уҡытыусыларҙың уртаса йәше пенсия алды йәшенә еткән

Мәүжиҙә Аллаярова-Мөхәмәтйәнованан тормош кәңәше - лайфхак

Бәхетле булыу серҙәре

23.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бәхетле булыу серҙәре


Иң күп эш хаҡы алған ректорҙар кемдәр?

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Иң күп эш хаҡы алған ректорҙар кемдәр?


БДИ-ға биш көн ҡалды

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы БДИ-ға биш көн ҡалды


Сергей Лазарев ни өсөн Дункан Лоуренстың еңеүе менән килешмәй?

Һалдаттарға тушенка һәм консерва ашатмаясаҡтар

Дю Солейҙы күргегеҙ килһә...

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Дю Солейҙы күргегеҙ килһә...


Ҡалдыҡтарҙы эшкәртергә өйрәтәсәктәр

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡалдыҡтарҙы эшкәртергә өйрәтәсәктәр


Рәсәй Президенты Владимир Путин уникаль медицина хаҡында

Ә һеҙ Хан Семеновты беләһегеҙме?

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ә һеҙ Хан Семеновты беләһегеҙме?