RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Быйылғы чемпионат «йондоҙҙар» чемпионаты булмаҡсы

06.05.2019 Быйылғы чемпионат «йондоҙҙар» чемпионаты булмаҡсы

Хоккей буйынса быйылғы чемпионат бик көсөргәнешле һәм ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Сөнки 10 майҙа Словакияла башланасаҡ донъя бәйгеһендә НХЛ «йондоҙҙары»ның ҡатнашыуы көтөлә. Беҙҙең Рәсәй командаһы составында ғына Александр Овечкин, Евгений Кузнецов, Евгений Малкин, Никита Кучеров, Илья Ковальчук, Дмитрий Орлов һәм Өфө хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, ҡапҡасы Андрей Василевский бар.

Башҡа ил командалары ла НХЛ хоккейсылары менән нығынды һәм нығына. Әйтәйек, АҠШ командаһы һуңғы ваҡытта тәүгә көслө состав туплаған. Улар, ниһайәт, 59 йылдан һуң чемпион исемен кире ҡайтармаҡсы. Шул уҡ Канада менән Швеция составы ла көсәйгән. Тимәк, Илья Воробьевтың тәрбиәләнеүселәренә һәм башҡаларға күңелһеҙ булмаясаҡ.

Рәсәй командаһына үҙ төркөмөндә Швеция, Чехия, Швейцария, Норвегия, Латвия, Италия һәм Австрия хоккейсылары менән осрашырға тура киләсәк.

Әлегә уның составында «Салауат Юлаев»тан Александр Кадейкин менән Владимир Ткачев күнекмәләр уҙғара. Тәүгеһе әйтмешләй, Рәсәй НХЛ уйынсыларының составҡа ағылыуы уларға беренселектә ҡатнашыу мөмкинлеген бирмәйәсәк.



Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



"Мин башҡортса һөйләшәм" һәм мин башҡортса йырҙар тыңланым!

Китапхана ул...

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Китапхана ул...


Өләсәһенең дарыуын ашаған

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өләсәһенең дарыуын ашаған


Мәскәү - ракетала, ә беҙ нимәлә?

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Мәскәү - ракетала, ә беҙ нимәлә?


Ифтарға бер юлы 15 мең кеше!

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ифтарға бер юлы 15 мең кеше!


1000 түгел, 12000 сәпитсе үтте урам буйлап

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы 1000 түгел, 12000 сәпитсе үтте урам буйлап


Аграрийҙар яҙғы сәсеүҙе бына-бына тамамларға тора

Буш шешә йыябыҙмы?

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Буш шешә йыябыҙмы?


Етди сирҙәре булғандарға ғына кисектереү биреләсәк

Күмертауҙың элекке мэры БР Хөкүмәтенең яңы вице-премьеры ителде

Кейемдәр йоҡара...

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Кейемдәр йоҡара...


Бөгөн байрамдарын билдәләүсе изге һөнәр эйәләренә арнала