RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһына социаль "доплата"ға "перерасчет" яһаласаҡ

30.04.2019 Эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһына социаль "доплата"ға "перерасчет" яһаласаҡ

Майҙа эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһына социаль өҫтәмә яңынан иҫәпләнә, тип хәбәр итә Рәсәй Пенсия фондының төбәк бүлексәһе.

Ҡануниәткә ҡабул ителгән төҙәтмәләргә ярашлы, 2019 йылдың 1 ғинуарынан башлап, пенсияларҙың һәм бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙәрҙең бөтә индексациялары пенсияны йәшәү минимумынан арттыра.

Шулай итеп, пенсионерҙың пенсияны, социаль түләүҙәрҙе һәм башҡа ҡайһы бер дәүләт ярҙамы сараларын үҙ эсенә алған килеме тәүҙә социаль өҫтәмә менән йәшәү минимумына тиклем еткерелә, ә һуңынан үткәрелгән индексацияларҙың суммаһына арттырыла.

Закон 2019 йылдың 1 ғинуарынан элек үткәрелгән индексацияларҙың суммаһынан өҫтәмәне күҙ уңында тота: ғинуарҙа эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсияһы — 7,05%, февралдә айлыҡ аҡсалата түләүҙәр 4,3% индексацияланды, апрелдә дәүләт тәьминәте буйынса пенсиялар 2% арттырылды.

Май пенсияһы менән бергә республиканың 143 меңдән ашыу федераль социаль өҫтәмә алыусыларына ҡабаттан иҫәпләнгән пенсия ошо индексацияларҙы иҫәпкә алып түләнә. Өҫтәмәне арттырыу ғаризаһыҙ, Пенсия фонды идаралығына мөрәжәғәтһеҙ тормошҡа ашырыла, тип хәбәр итте Рәсәйҙең Пенсия фонды идараһы ағзаһы, Башҡортостан буйынса идарасы Фоат Хантимеров.





Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Төбәктә инвестиция порталы сафҡа инде

23.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Төбәктә инвестиция порталы сафҡа инде


Уҡытыусыларҙың уртаса йәше пенсия алды йәшенә еткән

Мәүжиҙә Аллаярова-Мөхәмәтйәнованан тормош кәңәше - лайфхак

Бәхетле булыу серҙәре

23.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бәхетле булыу серҙәре


Иң күп эш хаҡы алған ректорҙар кемдәр?

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Иң күп эш хаҡы алған ректорҙар кемдәр?


БДИ-ға биш көн ҡалды

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы БДИ-ға биш көн ҡалды


Сергей Лазарев ни өсөн Дункан Лоуренстың еңеүе менән килешмәй?

Һалдаттарға тушенка һәм консерва ашатмаясаҡтар

Дю Солейҙы күргегеҙ килһә...

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Дю Солейҙы күргегеҙ килһә...


Ҡалдыҡтарҙы эшкәртергә өйрәтәсәктәр

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡалдыҡтарҙы эшкәртергә өйрәтәсәктәр


Рәсәй Президенты Владимир Путин уникаль медицина хаҡында

Ә һеҙ Хан Семеновты беләһегеҙме?

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ә һеҙ Хан Семеновты беләһегеҙме?