RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Һылыуҡай-2019» матурлыҡ конкурсында иң сибәр башҡорт ҡыҙының исеме аталды

29.04.2019 «Һылыуҡай-2019» матурлыҡ конкурсында иң сибәр башҡорт ҡыҙының исеме аталды

Өфөлә XXVII «Һылыуҡай-2019» республика гүзәллек конкурсында иң сибәр башҡорт ҡыҙының исеме аталды. Ул — Әлшәй районынан 19 йәшлек Ләйлә Шәкүрова, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында 2-се курста уҡый.

Еңеүсе сит илдә тел стажировкаһына сертификат менән бүләкләнде, илде һәм телде үҙе һайлай. Ләйлә әйтеүенсә, был француз теле булыр, моғайын. «Һылыуҡай» республика конкурсында ошондай төп приз тәүгә тапшырыла.

Республиканың төп һылыуҡайы тажы өсөн Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән һәм Мәскәүҙән 12 ҡыҙ көс һынашты. «Башҡортостан» дәүләт концерт залындағы финалда һылыуҡайҙар матурлығын, аҡыл ҡеүәһен һәм башҡорт телен белеүен күрһәтте.

Беренсе урынды Диана Шөғәйепова алды (Салауат районы).

Икенсе урынды Зөлфиә Байбулатова (Баймаҡ районы) һәм Наилә Йәнбирҙина (Әлшәй районы) яуланы.

Өсөнсө урынды Зилиә Агишева (Мәскәү), Сәлимә Солтанғолова (Федоровка районы) һәм Гөлфиә Ҡудашева (Йылайыр районы) бүлеште.

Башҡортостан Республикаһының Рәсәйҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең махсус бүләктәре Зилиә Агишеваға (Мәскәү) һәм Алһыу Хасаева (Сибай) тапшырылды.

Интернет һылыуҡайы — Наилә Йәнбирҙина (Әлшәй районы), Инста һылыуҡайы — Зөлфиә Байбулатова (Баймаҡ районы).

Тамашасылар һөйөүе призы — Элина Мөхәмәтовала (Нефтекама ҡалаһы).

Ил һәләтлеһе — Гүзәл Мырҙабаева (Ейәнсура районы).

Иң зифа буйлыһы — Миләүшә Баязитова (Учалы районы).

Иң матур тауыш өсөн бүләкте Алина Ғәзизова алды (Салауат ҡалаһы).

Мисс Стиль — Алһыу Хасаева (Сибай).

Милләт байлығы һылыуҡайы — Зилиә Агишева (Мәскәү) һәм Ләйлә Шәкүрова (Әлшәй районы).




Автор: Л. Аралбаева
Фото: "Башинформ"






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне