RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Башҡортостанда өс айҙа 95 кеше янғында һәләк булған

29.04.2019 Башҡортостанда өс айҙа 95 кеше янғында һәләк булған

Был фажиғәле хәлдең яртыһына ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпсе.

Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә белдерелеүенсә, тәүге кварталда республикала 1547 янғын сыҡҡан: шуның 957-һе ҡалаларҙа, 640-ы ауылдарҙа. Былтырғы ошо осорҙа янғындар әҙерәк булған--919 осраҡ. Быйыл тәүге өс айҙа утта 95 кешенең ғүмере өҙөлгән. 49 кеше ут менән һаҡһыҙ эш итеү арҡаһында баҡый донъяға күсһә, 32 кеше электр приборҙарын дөрөҫ файҙаланмау арҡаһында, 9 кеше мейесте дөрөҫ яҡмау сәбәпле фажиғә ҡорбаны булған. Утта һәләк булыусыларҙың 40 проценты - йәше 60-ты үткән оло кешеләр. Үлеүселәрҙең 65 проценты - ауылдарҙа йәшәүселәр.

Һыуҙан ҡала, уттан ҡалмай, ти халыҡ мәҡәлә. Оҙайлы май байрамдары фажиғәгә килтермәһен тиһәгеҙ, тәбиғәттә, өй эргәһендә шешлек ҡыҙҙырғанда, баҡса сүп-сарын үртәгәндә иғтибарлы булығыҙ, яңғыҙ йәшәгән туғандарығыҙҙың хәлен белешергә онотмағыҙ. Байрамдарҙы бәлә-ҡазаһыҙ, файҙалы һәм имән итеп үткәрергә яҙһын барығыҙға ла.



Автор: Әлфиә ХЫЗЫРОВА
Фото: vk.com




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



Мәүжиҙә Аллаярова-Мөхәмәтйәнованан тормош кәңәше - лайфхак

Бәхетле булыу серҙәре

23.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бәхетле булыу серҙәре


Иң күп эш хаҡы алған ректорҙар кемдәр?

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Иң күп эш хаҡы алған ректорҙар кемдәр?


БДИ-ға биш көн ҡалды

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы БДИ-ға биш көн ҡалды


Сергей Лазарев ни өсөн Дункан Лоуренстың еңеүе менән килешмәй?

Һалдаттарға тушенка һәм консерва ашатмаясаҡтар

Дю Солейҙы күргегеҙ килһә...

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Дю Солейҙы күргегеҙ килһә...


Ҡалдыҡтарҙы эшкәртергә өйрәтәсәктәр

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ҡалдыҡтарҙы эшкәртергә өйрәтәсәктәр


Рәсәй Президенты Владимир Путин уникаль медицина хаҡында

Ә һеҙ Хан Семеновты беләһегеҙме?

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ә һеҙ Хан Семеновты беләһегеҙме?


Бабичҡа һәйкәлде шунда күрәм...

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Бабичҡа һәйкәлде шунда күрәм...


Хөрмәтле Өфө ата-әсәләре!

22.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Хөрмәтле Өфө ата-әсәләре!