RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Цулыгин тағы бер йыл «баш» буласаҡ

30.04.2019 Цулыгин тағы бер йыл «баш» буласаҡ

«Салауат Юлаев» командаһы етәкселеге баш тренер Николай Цулыгин менән килешеүен тағы бер миҙгелгә оҙайтты.

Ул былтыр миҙгел барышында өфөләрҙе етәкләп, Көнсығыш конференцияһының финалына сығарҙы. Йәш белгескә күптәр ышанмаһа ла, 43 йәшлек тренер команда менән уртаҡ тел табып, тәрбиәләнеүселәрен хәл иткес бәйгегә алып барып еткерҙе.

Составҡа килгәндә, уйынсыларҙың ярты­һының тиерлек команда менән контракты тамамланды. Әлегә уларҙың ҡайһы берҙәре менән һөйләшеү бара. Әйтәйек, һаҡсы Захар Арзамасцев тағы бер йыл уйнаясаҡ. Һөжүмсе Дмитрий Кугрышев клуб менән ике миҙгелгә килешеүен оҙайтты. Ә бына төп составтан Йоонас Кемппайнен, күрәһең, үҙенең хаҡын арттырып, «Салауат Юлаев» етәкселеге менән килешә алманы. Уны бай СКА үҙенә ылыҡтырмаҡсы. Звенолаш иптәштәре Линус Умарк менән Теему Хартикайнен беҙҙе ҡыуандырасаҡ әле, моғайын. Шулай уҡ Александр Кадейкин, Александр Бурмистров, Григорий Паниндың килешеүҙәре киләһе йылға тиклем бар. СКА-ла уйнап йөрөгән һаҡсы Андрей Зубаревтың ниһайәт, тыуған клубына ҡайтыуы хаҡында хәбәр таралды. Максим Рыбиндан баш тартырға булдылар. 37 йәшлек һөжүмсе Өфөгә миҙгел барышында күскәйне. Владимир Ткачев менән Антон Бурдасовтың яҙмышын НХЛ-ға бәйләйҙәр.



Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: Т. АМАНОВ




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



"Мин башҡортса һөйләшәм" һәм мин башҡортса йырҙар тыңланым!

Китапхана ул...

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Китапхана ул...


Өләсәһенең дарыуын ашаған

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Өләсәһенең дарыуын ашаған


Мәскәү - ракетала, ә беҙ нимәлә?

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Мәскәү - ракетала, ә беҙ нимәлә?


Ифтарға бер юлы 15 мең кеше!

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Ифтарға бер юлы 15 мең кеше!


1000 түгел, 12000 сәпитсе үтте урам буйлап

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы 1000 түгел, 12000 сәпитсе үтте урам буйлап


Аграрийҙар яҙғы сәсеүҙе бына-бына тамамларға тора

Буш шешә йыябыҙмы?

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Буш шешә йыябыҙмы?


Етди сирҙәре булғандарға ғына кисектереү биреләсәк

Күмертауҙың элекке мэры БР Хөкүмәтенең яңы вице-премьеры ителде

Кейемдәр йоҡара...

27.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Кейемдәр йоҡара...


Бөгөн байрамдарын билдәләүсе изге һөнәр эйәләренә арнала