RSS-подписка facebook facebook Вконтакте Вконтакте
» » Флорида ҡораллана...

25.04.2019 Флорида ҡораллана...

Хәҙер АҠШ-тың Флорида штатында уҡытыусыларға ҡорал йөрөтөргә рөхсәт итәсәктәр.

Йәмғиәттә оло шау–шыу ҡуптарған “Һаҡланыу программаһы”н ҡабул итеүгә штаттың 17 депутаты ҡаршы тауыш бирһә, 22-һе ыңғай тауыш бирҙе. Документ Флориданың закондар сығарыу палатаһы вәкилдәре тарафынан ҡаралғас, губернаторға ҡултамғаға ебәреләсәк.

Ҡоралды йөрөтөү-йөрөтмәү мәсьәләһен хәл итеү штаттың мәктәп округтары советы ҡарамағында буласаҡ.

Әйткәндәй, АҠШ-тың һигеҙ штатында урындағы закондар мәғариф учреждениеларының ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәренә ҡорал тоторға рөхсәт итә лә инде.

Уҡытыусыларҙы ҡоралландырыу уйы 2019 йылдың 14 февралендә Николас Круз исемле 19 йәшлек егеттең мәктәптә ут асыу фажиғәһенән һуң тыуҙы (17 кеше һәләк булды, 14 кеше ҡаты яралар алды ул көндө).

Етмәһә, яңыраҡ утҡа май һибелде: 20 апрелдә АҠШ-тың Флорида штатында полиция хеҙмәткәрҙәре ике 14 йәшлек уҡыусы ҡыҙҙы ҡулға алды – улар туғыҙ кешене үлтерергә йыйынған булған. Үҫмерҙәрҙең ҡанһыҙ планы тураһында уҡытыусылары белеп ҡалып, хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итеп өлгөргән.

...Флориданың еле беҙгә лә килеп ҡағылмаҫ, тип кем гарантия бирә ала? Тәүбә-тәүбә, бына бит килде замана...



Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
Фото: Т.Аманов.




Комментарий өҫтәргә


Информация

Комментировать статьи на сайте возможно только в течении 14 дней со дня публикации.


Вернуться назад


Оҡшаш яңылыҡтар



"Йәшлек"тәр Үрге Юлдашта!

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы "Йәшлек"тәр Үрге Юлдашта!


Лаура Дальмайер китте

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лаура Дальмайер китте


Нәҫелең ҡоромаһын тиһәң

25.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Нәҫелең ҡоромаһын тиһәң


Күмертау ҡалаһы башлығы киткән

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Күмертау ҡалаһы башлығы киткән


«Уралсиб» банкы торлаҡ төҙөү өсөн аҡса туплау республика программаһында ҡатнашыусыларға ипотека ставкаһын кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итте

«Салауат Юлаев»ҡа  фин һөжүмсеһе килде

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы «Салауат Юлаев»ҡа фин һөжүмсеһе килде


Экспортҡа ташыусыларға ярҙам

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Экспортҡа ташыусыларға ярҙам


Сығымдарҙы кәметәләр

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Сығымдарҙы кәметәләр


Автоинспекторҙарҙың рейды бөгөн!

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Автоинспекторҙарҙың рейды бөгөн!


Уҡытыусылар, миллион алғығыҙ киләме?

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Уҡытыусылар, миллион алғығыҙ киләме?


Учалыла законды ихтирам иттеләр

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Учалыла законды ихтирам иттеләр


Һауаға шарҙар осорорға ярамай

24.05.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Һауаға шарҙар осорорға ярамай