RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Байрамдарығыҙ «Юлдаш» менән уртаҡ булһын!

22.04.2019 Байрамдарығыҙ «Юлдаш» менән уртаҡ булһын!

Беҙҙең халыҡҡа хис-тойғоларҙы йыр-моң аша әйтеп биреү хас. Сөнки тап йыр-моң аша күңел ҡылдарының иң нескәләрен сиртергә, йөрәктә булып та, телгә килеп етә алмағанды аңлатырға мөмкин.

«Юлдаш» радиоһы алып барыусылары көн һайын һеҙҙең яҡындарығыҙҙы ғүмер байрамдары уңайынан ҡотлай, изге теләктәргә ҡушып, йыр­лы бүләк тапшыра. Көндөҙгө сәғәт 2-нән 3-кә тиклем башҡорт телендә, сәғәт 4-тән киске 6-ға тиклем татар телендә «Ҡәҙерле кешемә» тип аталған музыкаль ҡот­лауҙар программаһы эфирға сыға. Ҡотлау заказдары бер ай алдан ҡабул ителә.

Өфө халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡотлауҙы Те­леүҙәккә килеп тапшыра ала. Хаттар бүлеге эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй, касса аша хаттар киске сәғәт 5-се яртыға тиклем ҡабул ителә.

Район-ҡалаларҙа, күрше өлкәләрҙә йәшәүселәрҙең һорауы буйынса, ҡотлау хатын банк бүлексәләре аша, иҫәпкә тейешле сумманы күсереп, электрон почтаға ебәрергә була. Хат-сәләмдәрҙе интернет аша түләп биреү мөм­кинлеге лә ҡарала. Ҡотлау биреү тәртибе һәм реквизиттар хаҡында тулы мәғлүмәт «Юлдаш» радиоһының рәсми сайты Bash-news.ru порталында һәм радионың «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә бирелә. Яҡын кешегеҙҙең тыуып үҫкән, йәшәгән ере, ғаилә хәле, яратҡан эше, шөғөлдәре, шәхси һыҙаттары тураһында мәғлүмәттәр яҙыуығыҙ һо­рала. Мөхәр­рирҙәр ҡотлауға йылы һүҙҙәр һәм изге те­ләктәр өҫтәп, тыңлаусы күңеленә еткерә. Исем-шә­рифтәрҙе, ауыл-ҡасаба атамаларын баҫма хәрефтәр ме­нән яҙыуығыҙҙы үтенәбеҙ. Ҡотлауҙы ниндәй көнгә, нин­дәй телдә тапшы­рыуығыҙҙы ла мотлаҡ күрһәтергә кәрәк. Элемтә өсөн телефонығыҙҙы яҙырға онотмағыҙ. Эфирҙа йырҙар ҡабатланмаһын өсөн, заказ биреүсе кешегә ҡа­ғылған төп талаптарҙың бе­реһе – йырҙың ике вариантта булыуы. Беҙҙең рекви­зиттарға үҙегеҙгә уңайлы банк бүлексәһендә йә онлайн тәртиптә аҡса күсереп, хатты компьютерҙа баҫтырып йә-иһә ҡулдан аңлайышлы яҙып, квитанция күсермәһе менән бергә ебәреү мотлаҡ. Электрон почтаның адресы: radioufa2013@yandex.ru. Ҡотлау хаҡы – 700 һум, диск менән 750 һум.
Белешмәләр өсөн телефон – 262-88-18.

Байрамдар уртаҡ булһын!




Автор: С. ӘЙҮПОВА
Фото: Т. Аманов






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне